

Башҡортостан Республикаһы Берҙәм инвестиция порталының (investrb.ru) “Матбуғат үҙәге” бүлегендә “Саралар” ҡушымтаһында кризисҡа ҡаршы саралар календары урынлаштырылған. Унда бизнес өсөн мөһим яңылыҡтар, вебинарҙар менән танышып барырға мөмкин. “Бөгөн илебеҙҙәге ҡатмарлы иҡтисади хәл шарттарында беҙгә бизнес-берләшмәләргә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеүҙең уңайлы ысулдарын табыу мөһим. Шул маҡсатта беҙ инвестиция порталын мөмкин тиклем файҙалы һәм мәғлүмәтле итергә тырышабыҙ. Саралар башлыса кризисҡа бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән”, – тип хәбәр итте республиканың дәүләт идараһының һанлы үҫеш министры урынбаҫары Динар Шәрәфетдинов. Министр урынбаҫары шулай уҡ ивент һайлағанда, онлайн-теркәлеү мөмкинлеге булғанына иғтибар итергә тәҡдим итте. Яңы темалар араһында заманса шарттарҙа онлайн-экспорт (география, логистика, түләү), эшҡыуарҙар юлында тыуған ҡатмарлыҡтар буйынса әҙер һәм дөйөмләштерелгән ҡулланмалар һалынған, артабан нисек итеп бизнес-процеста дөрөҫ аҙымдар яһарға өйрәтелә унда. INVESTRB.RU порталында сираттағы сара “Тәьмин итеүселәр көнө” сауҙа-конференцияһы 23 мартта уҙасаҡ.
Фото:БР Дәүләт идараһының һанлы үҫеш министрлығы сайтынан.