+17 °С
Облачно

Яҡташыбыҙ Даниил Квят FIA ойошмаһының ярыштарында ҡатнашыуҙан һәм милли символикаһыҙ сығыш яһауҙан баш тартты

Уңышлы спортсы, “Формула 1” пилоты, Башҡортостанда тыуған Даниил Квят Халыҡ-ара автомобиль федерацияһы үткәргән бер ниндәй ярышта ла ҡатнашмаясағы хаҡында белдерҙе һәм FIA ойошмаһының махсус документына ҡул ҡуйыуҙан, милли символикаһыҙ нейтраль статуста сығыш яһауҙан баш тартты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яҡташыбыҙ Даниил Квят FIA ойошмаһының ярыштарында ҡатнашыуҙан һәм милли символикаһыҙ сығыш яһауҙан баш тарттыЯҡташыбыҙ Даниил Квят FIA ойошмаһының ярыштарында ҡатнашыуҙан һәм милли символикаһыҙ сығыш яһауҙан баш тартты
Яҡташыбыҙ Даниил Квят FIA ойошмаһының ярыштарында ҡатнашыуҙан һәм милли символикаһыҙ сығыш яһауҙан баш тартты

Уңышлы спортсы, “Формула 1” пилоты, Башҡортостанда тыуған Даниил Квят Халыҡ-ара автомобиль федерацияһы үткәргән бер ниндәй ярышта ла ҡатнашмаясағы хаҡында белдерҙе һәм FIA ойошмаһының махсус документына ҡул ҡуйыуҙан, милли символикаһыҙ нейтраль статуста сығыш яһауҙан баш тартты.  “Барлыҡ спорт федерацияларына һәм  Халыҡ-ара олимпия комитетына мөрәжәғәт итеп, шуны һыҙыҡ өҫтөнә алам: спорт сәйәсәттән ситтә булырға тейеш, Рәсәй спортсыларын һәм командаларын донъя ярыштарында ҡатнаштырмау хаҡындағы ҡарар һис ғәҙел түгел. Был спорттың беҙҙе өйрәткән төп ҡанундарына – ихтирам, берҙәмлек һәм тыныслыҡ принциптарына ҡаршы килә. Тап беҙ, спортсылар, киләсәктә милләттәрҙе берләштерергә ярҙам итергә бурыслы”, – тип белдерҙе талантлы спортсы.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас