-4 °С
Ясно

Пенсия, социаль түләү, йәшәү минимумы һәм бюджет өлкәһендә хеҙмәт хаҡы артасаҡ

Рәсәй властары яҡын арала хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен, бюджет өлкәһендә эш хаҡын, шулай уҡ бөтә социаль түләүҙәрҙе арттырасағы тураһында белдерҙе. Был хаҡта Рәсәй Президенты Владимир Путин төбәктәргә социаль-иҡтисади ярҙам тураһындағы кәңәшмәлә хәбәр итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Пенсия, социаль түләү, йәшәү минимумы һәм бюджет өлкәһендә хеҙмәт хаҡы артасаҡПенсия, социаль түләү, йәшәү минимумы һәм бюджет өлкәһендә хеҙмәт хаҡы артасаҡ
Пенсия, социаль түләү, йәшәү минимумы һәм бюджет өлкәһендә хеҙмәт хаҡы артасаҡ

Рәсәй властары яҡын арала  хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен, бюджет өлкәһендә эш хаҡын, шулай уҡ бөтә социаль түләүҙәрҙе арттырасағы тураһында белдерҙе. Был хаҡта Рәсәй Президенты Владимир Путин төбәктәргә социаль-иҡтисади ярҙам тураһындағы кәңәшмәлә хәбәр итте.

“Аңалайым, хаҡтарҙың артыуы кешеләрҙең килеменә етди тәьҫир итә. Шуға күрә яҡын арала барлыҡ социаль түләүҙәрҙе, шул иҫәптән пенсия һәм пособиеларҙы ла арттырыу буйынса ҡарар ҡабул итәсәкбеҙ. Минималь эш хаҡы күләме (МРОТ), йәшәү минимумы, шулай уҡ, бюджет өлкәһендә эш хаҡы артасаҡ», — тине Дәүләт Башлығы. Бынан тыш, Президент Хөкүмәткә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә эшһеҙ ҡалғандарға ярҙам сараларының һөҙөмтәлелеген анализларға йөкләмә бирҙе. Президент билдәләүенсә, бындай сараларҙы, һис шикһеҙ, киңәйтергә кәрәк, шул иҫәптән социаль контракт механизмы иҫәбенә.

Фото: "Башинформ"дан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас