+4 °С
Болотло

Эске туризмды үҫтереү юлында

Туризм тармағы һуңғы йылда коронавирус инфекцияһына бәйле ҙур юғалтыуҙар кисерһә, бөгөнгө санкциялар ҙа уның үҫешенә булышлыҡ итмәй.

Добавить в предпочтительные источники Google
Эске туризмды үҫтереү юлындаЭске туризмды үҫтереү юлында
Эске туризмды үҫтереү юлында

Туризм тармағы һуңғы йылда коронавирус инфекцияһына бәйле ҙур юғалтыуҙар кисерһә, бөгөнгө санкциялар ҙа уның үҫешенә булышлыҡ итмәй.

Башҡортостан хөкүмәте рәйесе Андрей Назаров яңы шарттарҙа эске туризмды үҫтереүгә арналған Хөкүмәт ултырышы үткәрҙе. Билдәләп үтелеүенсә, санкциялар сәбәпле эске туризмға ихтыяж бермә-бер артасаҡ.

Пандемия шартарында дәүләт ярҙамын ваҡытында ҡулланыу Башҡортостанда туристик ағымдың юғары күрһәткестәрен һаҡларға булышлыҡ иткән. 2021 йылда республикаға 5,1 миллион турист килгән һәм шул сәбәпле аҡса әйләнеше 13 миллиард һумға артҡан.

Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Ринат Фәтҡуллин белдереүенсә, туризм өлкәһендә эшмәкәрлек алып барған эшҡыуарҙарға ярҙам буласаҡ, “Янғантау”, “Торатау” геопарктары буйлап яңы туристик маршруттар асыласаҡ.

Ҡунаҡхана-туристик өлкәһе ойошмалары өсөн хаҡтарға өҫтәмә һалым ставкаһы (НДС) нулгә тиклем кәметелә.

Автор:
Читайте нас