+14 °С
Облачно

Башҡортостан предприятиелары «AgriTek & FarmTek Astana 2022» XVII Халыҡ-ара ауыл хужалығы күргәҙмәһендә ҡатнаша

Республикабыҙ Евразия иҡтисади берлеге илдәре баҙарында урындағы тауар етештереүселәр продукцияларын тәҡдим итеүен дауам итә. Бөгөн Ҡаҙағстандың Нур-Солтан ҡалаһында асылған «AgriTek & FarmTek Astana 2022» XVII Халыҡ-ара махсуслаштырылған ауыл хужалығы күргәҙмәһендә Башҡортостан стенды асылды.

Башҡортостан предприятиелары «AgriTek & FarmTek Astana 2022» XVII Халыҡ-ара ауыл хужалығы күргәҙмәһендә ҡатнашаБашҡортостан предприятиелары «AgriTek & FarmTek Astana 2022» XVII Халыҡ-ара ауыл хужалығы күргәҙмәһендә ҡатнаша
Башҡортостан предприятиелары «AgriTek & FarmTek Astana 2022» XVII Халыҡ-ара ауыл хужалығы күргәҙмәһендә ҡатнаша

Республикабыҙ Евразия иҡтисади берлеге илдәре баҙарында урындағы тауар етештереүселәр продукцияларын тәҡдим итеүен дауам итә. Бөгөн Ҡаҙағстандың Нур-Солтан ҡалаһында асылған «AgriTek & FarmTek Astana 2022» XVII Халыҡ-ара махсуслаштырылған ауыл хужалығы күргәҙмәһендә Башҡортостан стенды асылды. Унда республикабыҙҙың кесе һәм урта эшҡыуарлығы продукциялары һәм улар араһында «Агрогрант», «Башҡорт бройлеры» идара итеү компанияһы, «Дуҫтар» сауҙа йорто, «ЗМК», "Каскад", «Көньяҡ-Урал үлсәү ҡорамалдары заводы» предприятелары хаҡында мәғлүмәт урын алған.

Стендтты ойоштороусы булып Башҡортостан Республикаһы Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы ярҙамында Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге сығыш яһаны.

Башҡортостандың Ҡаҙағстандағы  вәкиле Урал Әнүәр улы Аҙнабаев урындағы бизнес-берләшмәләр вәкилдәре менән мәғлүмәти эш үткәргән.  Ҡаҙағстан Республикаһының ике тиҫтәгә яҡын предприятиеһы Башҡортостан предприятиелары менән хеҙмәттәшлек итергә әҙерлеген белдерҙе.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас