+15 °С
Облачно

Теш пастаһына, кер йыуыу порошогына һәм подгузниктарға хаҡ артамы?

15 марттан P & G компанияһы (Ariel, Tide, Lenor, Fairy, Pampers, Gillette, Head & Shoulders һәм башҡа брендтар) Рәсәйҙә ҡайһы бер тауарҙарға хаҡты яҡынса 43% арттырырға вәғәҙәләй, тип хәбәр иткән «Коммерсант».

Теш пастаһына, кер йыуыу порошогына һәм подгузниктарға хаҡ артамы?Теш пастаһына, кер йыуыу порошогына һәм подгузниктарға хаҡ артамы?
Теш пастаһына, кер йыуыу порошогына һәм подгузниктарға хаҡ артамы?

15 марттан P & G компанияһы (Ariel, Tide, Lenor, Fairy, Pampers, Gillette, Head & Shoulders һәм башҡа брендтар) Рәсәйҙә ҡайһы бер тауарҙарға хаҡты яҡынса 43% арттырырға вәғәҙәләй, тип хәбәр итте «Коммерсант».

Мәҫәлән, кер йыуыу порошогы яҡынса 30%, кер йыуыу саралары — 26%, төрлө таҙартыу саралары 74% ҡиммәтләнә.

Ә ҡатын-ҡыҙҙар гигиенаһы тауарҙарына хаҡ — 33%, балаларҙыҡына 47% арта. Матурлыҡ һәм һаулыҡ өсөн тауарҙар — 67%, сәс тәрбиәләү — 63%, теш пастаһы — 58%, ҡырыныу кәрәк-ярағы 65% ҡыйбатыраҡ була.

Хаҡтарҙың артыуын етештереүсе Рәсәй баҙарындағы хәл менән аңлата.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, хаҡ артыуға Рәсәй Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығына йәки Башҡортостандың Сауҙа министрлығына ялыу яҙып ебәрергә мөмкин.

Фото: "Башинформ"дан.

Автор:
Читайте нас