+15 °С
Облачно


Рәсәй туроператорҙар ассоциацияһынан белдереүҙәренсә, 2022 йылдың мартынан ҡайһы бер сит илдәргә икенсе самолетҡа күсеп ултырмайынса тура осорға мөмкин.
Был исемлектә Төркиә, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Бахрейн, Ҡатар, Марокко, Иран, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Әрмәнстан, Белоруссия, Төркмәнстан, Таджикистан, Үзбәкстан, Һиндостан һәм Шри-Ланка бар.
Санкцияларға бәйле сит илдәргә авиарейстар ныҡ ҡыҫҡарһа ла, турпакеттар һатыу туҡтатылмаған.