+9 °С
Облачно


Рәсәй Финанс министры Антон Силуанов телеканал эфирында Рәсәй властары инфляцияны һәм илдәге пенсияға бәйле торошто күҙәтеп барасағын әйтте.
«Пенсионерҙарға ил етәкселеге тарафынан оло хәстәрлек күрелә. Һуңғы арала күптәрҙе борсоған хаҡтарға бәйле хәл — Хөкүмәттең иғтибар үҙәгендә. Айырыуса ошондай шарттарҙа өлкәндәрҙе яҡлауһыҙ ҡалдырмаҫбыҙ», — тине министр.
Антон Силуанов белдереүенсә, мөһим тауарҙар менән тәьмин итеү һәм иҫәп-хисап алып барыу өсөн бюджетта ресурс етерлек.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.