+14 °С
Облачно

«Бәйләнештә» селтәрендә интернет-магазин асыу мөмкинлеге бирелә

«Бәйләнештә» социаль селтәре эшҡыуарҙарға ярҙам итеү өсөн маҡсатында «Бәйләнештә бизнес»  платформаһын булдырҙы. Платформа бушлай интернет-магазин асыу мөмкинлеге бирә.

«Бәйләнештә» селтәрендә  интернет-магазин асыу мөмкинлеге бирелә«Бәйләнештә» селтәрендә  интернет-магазин асыу мөмкинлеге бирелә
«Бәйләнештә» селтәрендә интернет-магазин асыу мөмкинлеге бирелә

«Бәйләнештә» социаль селтәре эшҡыуарҙарға ярҙам итеү өсөн маҡсатында «Бәйләнештә бизнес»  платформаһын булдырҙы. Платформа бушлай интернет-магазин асыу мөмкинлеге бирә. Социаль селтәрҙәге белешмә буйынса, тәүҙә эшмәкәрлек, тауар һәм хеҙмәттәр хаҡында мәғлүмәт биреү өсөн махсус сәхифә асыу ҙа етә. Был артабан махсус конструктор ярҙамында бушлай сайт булдырыу мөмкинлеге бирәсәк. Интернет-магазинда түләүҙәрҙе бөтә Рәсәй банктары карталарын ҡабул иткән VK Pay ҡулланмаһы аша үткәреү ҡаралған. Платформа тауарҙы башҡа төбәктәргә алып барыуҙы бушлай теркәргә ярҙам итә – быны Boxberry һәм СДЭК аша почта йә курьерҙар ярҙамында башҡарырға була.

Башҡа платформала теркәлгән яҙылыусыларҙы QR-кодтар генераторы йәки бизнестың сәхифәһенә теркәлә торған ҡыҫҡа һылтанмалар аша күсереү булдырылған.

Тулы мәғлүмәт менән https://vk.company/ru/press/releases/11108/ һылтанмаһы аша инеп танышырға мөмкин.

Шуны хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостанда эшҡыуарҙар йә үҙмәшғүлдәр республика һәм федераль программаларҙан дәүләт ярҙамына дәғүә итә ала. Ярҙамдар бизнесҡа бәйле финанс һәм һалымдар көсөргәнешен кәметеүҙе үҙ эсенә ала. Был хаҡта ентекле республика Башлығы Радий Хәбиров яҙҙы: https://vk.com/radiyhabirov?w=wall413272232_768148

Республикала “Минең бизнесым” (“Мой бизнес”) үҙәге нигеҙендә эшҡыуарҙар өсөн көрсөккә ҡаршы ҡыҙыу бәйләнеш асылған: 8 (347) 224-99-99 телефоны аша (эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске сәғәт 8-гәсә) мөрәжәғәт итергә була.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас