+7 °С
Облачно

Хаҡты бер кимәлдә тотоу өсөн Башҡортостан шәкәрҙе башҡа төбәктәргә сығарыуҙы туҡтата

Башҡортостан – сөгөлдөр шәкәре етештереү буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбендә. Былтыр республикабыҙҙың ошо продукт менән үҙ-үҙен тәьмин итеү кимәле 200% еткән. Республика властары шәкәр заводтары менән Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә продукция оҙатыуҙы ваҡытлыса туҡтатыу тураһында һөйләшеп килеште.

Добавить в предпочтительные источники Google
Хаҡты бер кимәлдә тотоу өсөн Башҡортостан шәкәрҙе башҡа төбәктәргә сығарыуҙы туҡтатаХаҡты бер кимәлдә тотоу өсөн Башҡортостан шәкәрҙе башҡа төбәктәргә сығарыуҙы туҡтата
Хаҡты бер кимәлдә тотоу өсөн Башҡортостан шәкәрҙе башҡа төбәктәргә сығарыуҙы туҡтата

Башҡортостан – сөгөлдөр шәкәре етештереү буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбендә. Былтыр республикабыҙҙың ошо продукт менән үҙ-үҙен тәьмин итеү кимәле 200% еткән. Республика властары шәкәр заводтары менән Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә продукция оҙатыуҙы ваҡытлыса туҡтатыу тураһында һөйләшеп килеште. Татлы аҙыҡ етештереүселәр властарға ҡаршы килмәне һәм ваҡытлыса республика баҙарына йүнәлеш алырға ризалашты.

«Ретейлерҙар билдәләүенсә, һуңғы дүрт көндә шәкәргә һорау – 2,3, ә ҡайҙалыр 5 тапҡырға артҡан, – тип белдерҙе Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев. – Һүҙ дефицит хаҡында бармай, күп етештереүселәр тауарҙы ваҡытында килтереп, бушатып өлгөрмәй. Шул уҡ ваҡытта ретейлерҙар ихтыяжды тәьмин итеү өсөн шәкәр һатып алыу күләмен бер нисә тапҡырға арттырҙы».

Фото: "Башинформ"дан.

Автор:
Читайте нас