+21 °С
Облачно


Февраль аҙағында яғыулыҡҡа биржа хаҡтары ҡапыл төштө. Һөҙөмтәлә 28 февралдән 5 мартҡа тиклем күмәртәләп һатыу баҙарында Аи-92 бензины - 11,6%, Аи-95 - 9,6%, дизель яғыулығы сама менән 12% арзанайҙы, тип яҙа “Яңылыҡтар” мәғлүмәт агентлығы.
Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт башлығы Максим Шаскольский белдереүенсә, яғыулыҡҡа ваҡлап һатыу хаҡтарының да төшөүе ихтимал. Ведомство яғыулыҡ баҙарын даими контрольда тота, илдә бензин һәм дизель яғыулығы запасы етәрлек күләмдә, тине ул Дәүләт Думаһы депутаттары алдында сығышында.