

Телеграм-каналдарҙа, аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ булыу сәбәпле, тауарҙарҙы бер ҡулға һатып алыуға сикләүҙәр булдырылды, тигән мәғлүмәт таратыла.
Ысынбарлыҡта ҙур сауҙа селтәрҙәрендә иң мөһим аҙыҡ-түлек продукцияһы һәм тауарҙар барыһына етерлек, тип белдерә войнасфейками.рф порталы. Сикләү саралары бары алыпһатарҙарға ҡаршы көрәш өсөн файҙаланыла: төбәктәрҙең ҡайһы берҙәрендә “эшлекле” граждандар билдәләнгән минималь өҫтәмә хаҡ ҡуйылған продукттарҙы һатып ала башлаған. Шәхси ҡулланыу өсөн түгел: һуңынан уларҙы арттырып һатыр өсөн тонналап алынған шәкәр һәм ярмалар тураһында һүҙ бара. Бындай алыпһатарҙар менән көрәшер өсөн Рәсәйҙең сауҙа селтәрҙәре властарҙан социаль әһәмәиәтле продукттарҙы кәрәк булған осраҡта "бер ҡулға" һатыу күләмен сикләргә рөхсәт һораны. Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы был мөмкинлек менән файҙаланырға рөхсәт итте. Тауарҙар исемлеген һәм күләмен сауҙа селтәрҙәре үҙҙәре билдәләйәсәк.
Социаль әһәмиәткә эйә булған тауарҙар исемлеге Хөкүмәт тарафынан раҫланған, (https://base.garant.ru/12177401/), был исемлеккә 24 төр аҙыҡ-түлек инә, улар араһында – икмәк, бойҙай оно, һөт, йомортҡа, шәкәр, тоҙ, иттең ҡайһы бер төрҙәре.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.