+10 °С
Ясно

Хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе конференцияһында ауыр хәбәр еткерҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙХәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ
Хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе конференцияһында ауыр хәбәр еткерҙе.

«Ейәнсура районында тыуып үҫкән өлкән лейтенант Алексей Кондратьев хәрби поста һәләк булған. Офицер китеп барған автомобиль ҡурҡыныс юл фажиғәһенә осраған. Уның Иҫәнғол ауылында ата-әсәһе, ҡатыны һәм биш айлыҡ сабыйы ҡалған. Өлкән сержант Кузьма Николаевтың да хәрби бурысын үтәгәндә ғүмере өҙөлгән. Яҡташтарыбыҙҙың туғандарының, яҡындарының, хеҙмәттәштәренең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Беҙ уларҙың ғаиләләренә тейешле ярҙам күрһәтербеҙ», — тигән Радий Хәбиров.

Конференцияла ҡатнашыусылар өлкән лейтенант Алексей Кондратьевты һәм өлкән сержант Кузьма Николаевты бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.

«Украина биләмәһендәге махсус операцияла ҡатнашҡан бөтә яугирҙар хәрби бурысын геройҙарса үтәй – ысын ҡаһармандар. Беҙ һеҙҙең менән, егеттәр, тибеҙ бөгөн беҙ уларға. Рәсәй һеҙҙең менән», — тине республика етәксеһе.

Фото: "Башинформ"дан.

Автор:
Читайте нас