+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Эшлекле ҡатын-ҡыҙ
14 Апрель 2023, 18:38

Ҡатын- ҡыҙға байлыҡ нимә өсөн кәрәк?

“Бай ҡатын-ҡыҙ” ниндәй була? Күңел байлығы, матди байлыҡ – ҡайһыныһын өҫтөн ҡуйырға? Бай ҡатын булыу өсөн ниндәй сифаттар кәрәк? Бына ошондай ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап эҙләне Өфө ҡалаһындағы  “Башҡортостан”ҡунаҡханаһының күркәм залына йыйылған гүзәл заттар. Мосолман күлдәгендәге ханымдарҙың баштарын юғары тотоп, аҡҡош кеүек йөҙөп йөрөүҙәренән ҡайҙа килеп эләктем мин, хур ҡыҙҙары ошолай буламы икән әллә тигән һорау килде башҡа.

Ҡатын- ҡыҙға байлыҡ нимә өсөн кәрәк?
Ҡатын- ҡыҙға байлыҡ нимә өсөн кәрәк?

Ифтар алдынан матур итеп Ҡөрьәндән аяттар тыңланылды. Байрамды ойоштороусылар Гүзәлиә Тулыбаева (@hajar_suleiman), Юлиә Ҡунаҡҡолова (@massage_kunakkulova),  Ләйсән Еникеева (@enikeeval) һәр береһе иман байлығы, Хоҙайға мөхәббәт иң юғары төшөнсәләр булыуы хаҡында һөйләне. Сараны Гүзәлиә ханым матур итеп алып барҙы. Һорауҙары тапҡыр, мәғәнәле булыуы сығыш яһаусыны асырға ярҙам итте. Ҡыҙҙар һәр береһе үҙҙәре тормошта үҙ урынын тапҡан, хыялдарына ирешкән. Юлиә – күп балалы ғаиләнән. “Баш ҡала уртаһында үҙ салонымды асыу башҡа ла һыймаҫлыҡ хәл кеүек күренһә, әле мин һаулыҡ, матурлыҡ өләшәм”, – тине ул. Ләйсән өсөн балалар үҫтереү, эшҡыуар иренә терәк-таяныс булыу  иң мөһиме. Ҡалған ваҡытында ул эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Ифтар сәбәпсеһе булған ханымдар үҙ яҡындары – ҡәҙерле әсәйҙәре, ҡәйнәләре менән дә таныштырҙы.

Шәриғәт буйынса байлыҡҡа мөнәсәбәт хаҡында ислам дине буйынса магистр Зөлфиә Ханованың сығышы бик фәһемле булды.

Ҡаҙан ҡалаһынан килгән Әлиә Туҡтағолованы хәҙерге ваҡыттағы миллионер тип таныштырҙылар. Ул бик тәьҫирле сығыш яһаны. Әлиә үҙенең башҡорт ҡыҙы булыуын һәм атаһы яҡлап тоҡомонан, нәҫеленән көс алырға кәрәклеген тойғанда әхирәтенән саҡырыу килеүен бер мөғжизә итеп ҡабул итеүен һөйләне. Ысынында ҡатын-ҡыҙҙы бәхетле итеп тойорға ярҙам итеүсе кәрәкле нәмәләргә туҡталды.   “Һәр ҡатын-ҡыҙ үҙ оазисын булдырһын”, – тине ул үҙ уңыштары менән бүлешеп.

Кисә барышында һәр гүзәл затҡа открытка таратылды һәм үҙенә вәғәҙә яҙырға ҡушылды.  Ҡыуанып, хискә тулышып башҡарҙы был эште ханымдар. Һәр ҡайһыбыҙҙың йөрәк түрендә Аллаһҡа ошо көн, ошо мөмкинлек өсөн рәхмәт хисе күңелебеҙҙе тултырҙы.

Күңелдәре бөтөн, бай ҡыҙҙарыбыҙҙың ифтар кисәһе күңелгә рәхәтлек, сафлыҡ алып килде. Ойоштороусыларға рәхмәт! Эштәрендә уңыштар теләйбеҙ, сауабын насип итһен, ҡулын күтәреп һораған һәр кем изге теләгенә ирешһен! Һау булайыҡ, бай булайыҡ!

Гөлназ Ҡотоева.

 

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: