Минаға баҫып, ҡулын һәм аяғын юғалтты. Уның барыр урыны юҡ, шуға күрә беҙҙә йәшәүен теләйем.
– Иптәшеңдең шундай хәлгә тарыуы бик йәл! Бәлки, беҙ уға башҡа урын табырбыҙ?
– Әсәй, атай! Мин уның беҙҙә йәшәүен теләйем!
–Улым, – тигән атаһы, һин нимә һорағаныңды беләһеңме? Физик яҡтан мөмкинлектәре сикләнгән кеше ауыр йөк булыуы ихтимал. Беҙҙең үҙебеҙҙең шәхси тормошобоҙ бар, уны инвалидҡа арнарға теләмәйбеҙ. Һин өйгә ҡайтырға ла ул кеше тураһында оноторға тейешһең, тип уйлайым.
Ошо һүҙҙәрҙе ишеткән улдары трубканы элгән. Өйҙә уны көтөп ала алмағандар. Бер нисә көндән уларға шылтыратып, улдарының күп ҡатлы йорттан ташланып үлеүе тураһында хәбәр иткәндәр. Ҡайғыға батҡан ата-әсә, уның кәүҙәһен таныр өсөн мәйетханаға барһа, улдарының бер ҡулы менән бер аяғы юҡлығын күреп шаҡ ҡатҡан.
(“Башҡортостан” календарынан)