+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостан МХО-ға ярҙам итеү буйынса тәүге 3 регион исемлегенә ингән.

Ни өсөн беҙҙең регионды тәүге өсәү эсенә индергәндәрен аңлатабыҙ: 2022 йылда беҙ беренсе булып гумконвой ебәргәнбеҙ.   Беҙ мобилизацияланғандар һәм контрактниктарға гуманитар ярҙам алып барып еткереү системаһын булдырған республика. ЛНР-ҙа республикабыҙ яугирҙары өсөн логистик үҙәк эшләй.   Беҙҙең врачтар МХО зонаһында яугирҙарға оператив ярҙам күрһәтә, улар алғы рәткә стоматологик модуль алып барып ҡуялар, беҙҙең ҡатын-ҡыҙ отрядтары МХО зоналарында хәрби госпиталдәрҙә эшләй.

Башҡортостан МХО-ға ярҙам итеү буйынса тәүге 3 регион исемлегенә ингән.
Башҡортостан МХО-ға ярҙам итеү буйынса тәүге 3 регион исемлегенә ингән.
  • Республикала МХО-ла ҡатнашыусылар санатор-курорт дауа алалар, уларға хужалыҡ-көнкүреш ярҙам күрһәтәләр.
  •  
  • Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә бөтәһе 40-тан ашыу төр ярҙам күрһәтелә.
  •  
  • Башҡортостан – контрактниктарға бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр күләме буйынса регион-лидер.
  •  
  • Республика үҙе теләп фронтҡа китеүселәр подразделениеларын формалаштырыу буйынса Чечня, Краснодар крайы, Татарстан, Төмән, Свердловск өлкәләре менән бер рәттән актив эшләй.
  •  
  • Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә ҙур иғтибар бирә һәм беренсе булып МХО-ға барҙы, әле лә барып тора.
  •  
  • Радий Хәбиров беренселәрҙән булып хәрби заданиелдарҙы уңышлы үтәгән МХО-ла ҡатнашыусыларҙы яуаплы постарға ҡуя башланы.
  •  
  • Беҙҙең республика провокацияларға бирелмәй һәм милли, конфессиональ признактар буйынса илде тарҡатыуға юл ҡуймай.
  •  
  • Беҙ масштаблы республикала йәшәүселәр, МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре менән патриотик һәм аңлатыу эштәрен алып барабыҙ.

Фото "Башинформ" сайтынан алынды

Автор:
Читайте нас: