+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ер тойғоһо

Ҡайҙа ғына юҡ хәҙер башҡорт. Ил буйлап ҡына түгел, бөтә донъяға һибелгән. Юғары хәрәкәттә булған заманда йәшәгәс, был хәлгә кеше артыҡ аптырамай ҙа. Ләкин, нисек кенә ҡараһаҡ та, киң таралып киткән күренештең ыңғай ҙа, кире лә яҡтары бихисап.

Ер тойғоһо
Ер тойғоһо

илһөйәрлек көслө. Ватаным, тип ата-бабаларыбыҙ яу сапҡан, аҫабалыҡ хоҡуғын ҡаты алыштарҙа даулап алған һәм артабан уны күҙ ҡараһылай һаҡлаған. Революциянан һуң ерле автономияны ла көрәштә, үҙ армияһын булдырып, тәү башлап башҡорттар ала.
Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөн дә, урбанизация киң ҡолас йәйгән дәүерҙә лә, халҡыбыҙҙың күпселеге тыуған төйәгендә йәшәй. Тәү ҡарамаҡҡа был – ҡыуаныслы күренеш һымаҡ. Сөнки нәҡ ауыл телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ һағында тора, ә был – глобалләшеү барған, ассимиляция киң таралған дәүерҙә үтә лә мөһим.
Миңә ҡалһа, беҙ йәмғиәтебеҙҙең башҡаға төрләнеү, бер сифаттан икенсеһенә күсеү осоронда йәшәйбеҙ, тәрән үҙгәрештәр, тетрәнеүҙәр шаһитыбыҙ. Һандар әүрәтһә лә, беҙҙең күҙ алдында милләтебеҙ бишеге бөлә һәм юғала бара. Ҡайҙа барһаң да, ауылдарҙа бушап ҡалған өйҙәр – берәү-икәү түгел, ә тиҫтәләгән. Йәштәр юҡ кимәлдә, иҫкергән йорттарҙа күп осраҡта ололар яңғыҙ үҙҙәре ғүмер кисерә.
«Нишләп улай?» Был һорауға яуап һәр кемдең тел осонда – ауылда эш юҡ. Беренсе Президентыбыҙ Мортаза Рәхимовтың был йәһәттән йыш ҡабатланған һүҙҙәре иҫкә төшә ошо урында: «Ауыл ерендә йәшәүселәр эшһеҙ була алмай», – тиер ине ул.
Һәр ике осраҡта ла дөрөҫлөк бар, әлбиттә. Халыҡ ҙур, тейешенсә түләнгән эште күҙ уңында тота. Совет власы осоронда шулай йәшәп өйрәнгәйне бит кеше. Ә үҙ хужалығыңды үҫтереү, фермерлыҡҡа, йә башҡа кәсепкә тотоноу бөтәһенең дә ҡулынан килмәй. Урал аръяғы төбәген алһаҡ, бәлә яңғыҙ йөрөмәй, тигәндәй, ул яҡтағы райондарҙа колхоз-совхоздарҙың юҡҡа сығыуы йәйҙәрҙең рәткә ҡоро килеүе менән бергә барҙы. Һуңғы ике тиҫтә йылда ер ҡорғаҡһып кипте, йылға-күлдәр тартылды, йә бөтөнләй ҡороно. Климаттың глобаль үҙгәреүе касафатылыр инде ул. Иген сәсеп тә, мал бағып та кеше мандып китә алмай, шуға ситтән эш эҙләргә мәжбүр.
Вахта ысулы менән Себер тарафтарында эшләү үткән быуаттың 90-сы йылдарында киң тарала башланы. Ирҙәрҙе аҡса табыу, ғаиләһен аҫрау мохтажлығы этәрҙе был аҙымға. Хәҙер икенсе быуын атайҙарының юлын дауам итә. Тәүгеләр, тыуған төйәктәренә тоғро ҡалып, күп осраҡта әле лә үҙ нигеҙендә йәшәп ятһа, йәштәр ҡалаларҙа, һис юғында, район үҙәктәрендә төпләнеүҙе хуп күрә.
Оло юлдан ситтә ятҡан бәләкәй ауылдарҙа эске миграция бигерәк йылдам бара. Унда атап үткән сәбәптәрҙе йәшәү шарттарының ауырлашыуы киҫкенләштерә. Мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү өлкәләрен оптимизациялау был процесты тиҙләтте. Кешеләр, балабыҙҙы уҡытабыҙ, дауаханаға йөрөүе ауырлашты тип, район үҙәктәренә, яҡындағы ҡалаларға күсенә.
Юғары белем алған дипломлы йәштәр Өфөлә ҡала, йә Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларына, илебеҙҙең башҡа тарафтарына юллана. Үкенескә ҡаршы, ауылда, мәктәптән башҡа уларға эш урыны юҡ. Һирәкләп кенә амбулаторияға – табип, мәҙәниәт йортона, ауыл хакимиәтенә белгес кәрәк булыуы ихтимал. Әлбиттә, район үҙәктәрендә төрлө ойошмалар, дәүләт учреждениелары күп. Тик, пенсия йәше күтәрелгәс, ул урындарҙа башлыса өлкәндәр ултыра, хаҡлы ялға сыҡһалар ҙа, вазифанан китергә ашыҡмайҙар – аҡса ҡартына ла, йәшенә лә берҙәй кәрәк бит. Заманы шулай.

...Тыуған ауыл, тимәк, халҡыбыҙҙың үткәне менән бәйләнештең бына-бына өҙөлөргә тороуын аңлап, ғаиләлә, туғандар, ырыу-аралар ҡоронда, бер уйға килеп, берҙән-бер дөрөҫ ҡарар ҡабул итеү зарурлығы килеп тыуҙы бөгөн. Ул да булһа – һәр кемдең ер хоҡуҡтарын рәсмиләштереүе, ҡулына тейешле документтар алыуы, атай-әсәйҙән ҡалған пай майҙандарын мираҫ итеп үҙенә теркәүе. Сит ерҙең гөлөнән үҙ ереңдең дегәнәге артыҡ, тип юҡҡа әйтмәгән бит халҡыбыҙ.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се (2024) һанында уҡығыҙ.

 
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: