Башҡортостанда “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса 70 процент объект инновацион технологиялар ҡулланып ремонтлана.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
“Юл төҙөлөшөндә яңы технологиялар ҡулланыу яңы юл полотноһының ныҡлығын, ҡатылығын арттыра, хәрәкәт көслө булғанда ла автомобиль юлдары оҙағыраҡ хеҙмәт итә”, – тип билдәләй Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев.
2022 йылда Өфөлә милли проект буйынса дөйөм оҙонлоғо 21 саҡрым тәшкил иткән 16 урам участкаһын ремонтлау ҡаралған. Бөтә объекттар буйынса подряд ойошмалары билдәләнгән, килешеүҙәр төҙөлгән, тип хәбәр итә БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
“Туғыҙ подряд ойошмаһы 16 объектта эшләй. Юл участкаларында ремонт эштәре билдәләнгән. Был юлда асфальттың өҫкө ҡатламын алыуҙы, бордюрҙарҙы алмаштырыуҙы, тротуарҙы ремонтлауҙы йәки төҙөкләндереүҙе, яңы асфальт-бетон ҡатламы һалыуҙы аңлата”, – ти Өфө ҡалаһы хакимиәтенең юл һәм ҡоролмалар төҙөү һәм ремонтлау буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары Илшат Фәхретдинов.
Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса эштәр дауам итә. Йүнәтеләсәк юл участкаларының дөйөм оҙонлоғо 11 километр тәшкил итә.
Фото – БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.