-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең шәжәрә
10 Февраль 2022, 10:05

Ҡурсаҡ театры спектаклдәрен ҡайҙа ҡарарға була?

Өфөнөң 450 йыллығына ҡарата Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры бинаһына реконструкция үткәрелә. Был осорҙа бәләкәстәр спектаклдәрҙе Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының бәләкәй сәхнәһендә ҡарай ала. Декорация, реквизит һәм ҡурсаҡтарҙы һаҡлау өсөн дә урындар билдәләнгән. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Ҡурсаҡ театры спектаклдәрен ҡайҙа ҡарарға була?
Ҡурсаҡ театры спектаклдәрен ҡайҙа ҡарарға була?

Өфөнөң 450 йыллығына ҡарата Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры бинаһына реконструкция үткәрелә. Был осорҙа бәләкәстәр спектаклдәрҙе Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының бәләкәй сәхнәһендә ҡарай ала. Декорация, реквизит һәм ҡурсаҡтарҙы һаҡлау өсөн дә урындар билдәләнгән.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Спектаклдәр шулай уҡ Өфө балалар филармонияһы сәхнәһендә лә күрһәтеләсәк.

БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Гөлдәр Хәмитова әйтеүенсә, театр бинаһына реконструкция “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә башҡарыла. Яңыртыу эштәре өсөн 900 миллион һум бүленгән. Эштәрҙе быйыл башлап, 2023 йылдың декабрендә тамамлау планлаштырыла. Заказсы булып БР капиталь төҙөлөш идаралығы тора. Конкурс буйынса подрядсы апрель уртаһына тиклем билдәле булырға тейеш.

Ҡала хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә театр эргәһендәге балалар майҙансығын төҙөкләндереү, бәлки, элекке хәленә ҡайтарыу тураһында тәҡдим дә яңғыраны, тип хәбәр итә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Фото – Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: