+29 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең шәжәрә
5 Февраль 2022, 08:35

Команда уйынында тәүге еңеү

Пекинда  XXIV Ҡышҡы Олимпия уйындары башланды.

Команда уйынында тәүге еңеү
Команда уйынында тәүге еңеү

Пекинда  XXIV Ҡышҡы Олимпия уйындары башланды.

Сағыу тантананан һуң, Олимпия уты тоҡанды һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһы рәйесе Си Цзиньпин сираттағы Олимпия уйындарын асыҡ тип иғлан итте. Эш сәфәре менән Ҡытайға барған Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡунаҡтар трибунаһынан сараны тамаша ҡылды.

Пекин – Ҡышҡы һәм Йәйге Олимпия уйындарын ҡабул иткән донъялағы берҙән-бер ҡала булараҡ тарихҡа инде.

Ярыштарҙың беренсе көнө Рәсәй спортсыларының тәңге еңеүе менән дә билдәләнде. Хоккей буйынса беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы Швейцария уйынсыларын 5:2 иҫәбе менән еңде. Команда составында боҙға Башҡортостандан Мария Сорокина, Мария Печникова, Анна Шибанова, Вероника Коржакова и Полина Лучниковалар сыҡҡайны. Гол индереүселәр араһында Анна Шибанова ла бар.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: