+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
3 Сентябрь , 12:46

Теләк тылсымы

Әлшәй районының ЗАГС бүлеге етәксеһе, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Лариса Тәминдар ҡыҙы Сафина (Буранбаева) 1986 йылдың 19 февралендә, Һыуғояр йондоҙлоғо аҫтында, Торонтайыш ауылында тыуған. Ул – уҡытыусылар ғаиләһенән. Лариса бәләкәй саҡтан табип булырға хыяллана. Әммә үҙе дауаханала ятып сыҡҡас, был уйынан дүнә. Әсәһе уны БДПУ-ның фило­логия факультетына имтихандар бирергә алып килә. «Атайым – башҡорт, мин татарса уҡығас, татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булырға ҡарар иттем», – ти Лариса.  Бер ваҡыт ҡыҙҙың күҙе Өфө дәүләт сәнғәт академияһы театр факультетына абитуриенттар йыйыу тураһындағы иғланға төшә. Күңеле менән сәнғәткә тартылған һылыу ата-әсәһенә әйтмәй генә унда ла имтихандарҙы уңышлы тапшыра. Уҡырға индең, документтарыңдың төп нөсхәһен килтер, тиҙәр Ларисаға. БДПУ-ға һуңғы имтиханды тапшырғас алып барырмын тип, ваҡытын үткәреп ебәрә. «Һуңланың!» – тиеүҙәрен Лариса яҙмыш ҡушыуы итеп ҡабул итә.

Теләк тылсымы
Теләк тылсымы

Торонтайыштағы дан ғаилә

– Инәйем  Лилиә Вәлиәхмәт ҡыҙы «Әлшәй хәбәрҙәре» район гәзитендә хәбәрсе, урындағы радиола диктор булып эшләй. Дуҫтары таныштырғандан  һуң, атайым уны оҙатып ҡуйырға була һәм бер ятаҡта йәшәп тә бер-береһен бығаса белмәүҙәренә хайран ҡалалар. Бер аҙҙан икеһен дә Әлшәй районындағы Торонтайыш ауылы мәктәбенә уҡытыусы итеп эшкә ебәрәләр. Шул ваҡыттан улар бергә. Татыу ғүмер кисерәләр. Бер-береһенә тауыш күтәргәндәрен ишеткәнем булманы. Ике балаға ғүмер биргәндәр. Ренал ҡустым улар менән йәшәй. Ауылда ғына түгел, районда, республикала абруйлы уҡытыусылар булып танылды ҡәҙерлеләрем. Атайым спортсылар тәрбиәләһә, инәйемдең 52 уҡыусыһы Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның филология  факультетын тамамлаған, – тип ғаиләһе менән таныштыра Лариса. – Атайым бер ҡасан да төшөнкөлөккә бирелергә юл ҡуймаҫ, инәйем уның эргәһендә яй ғына, ипләп кенә үҙ эшен бөтөрә. Әлдә улар янында Ренал ҡустым бар, тип һөйөнәм. Торонтайыш мәктәбенең 100 йыллығын үткәргәндә уларҙың ауылда ниндәй абруйлы кешеләр икәнен тағы ла нығыраҡ тойҙом. Әсәйемдең әсәһе Миңниса нәнәйемә 1 августа 91 йәш тулған булыр ине. Ҡәҙерлемде һағынып иҫкә алам. Бер ауылда йәшәнек. Исемдәребеҙ ҙә оҡшаш бит. Кейем – килешкәндә, һүҙ үткәндә кәрәк, тулыланам, тип ҡайғырма, аша, бөгөн бараһы урынға бар, эшеңде лә иртәгәгә ҡалдырма, тиер ине. Тормошто яратып йәшәргә, һәр нәмәне ваҡытында, күңел һалып эшләргә  өйрәтте ул мине.

Лариса БДПУ-ның диуар гәзитендә шиғырҙарын баҫтыра. Бер ваҡыт курсташы уның яҙғандарын тәнҡит утында тота. Бер шиғри блокнотын утҡа яға ла ҡабат яҙмаҫ була. Әммә ижад ҡомары үҙен яйлап һиҙҙерә, ҡулы ҡәләмгә ынтыла... Ижади ут бәреп сығыр, үҙ мәлен көтөп, ойоп ҡына яталар әле...

 

Ҡайҙа тыуған – шунда тамыр йәйгән

Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Радик улы Мостафиндың исеме әңгәмә барышында йыш телгә алынды. Сөнки ул йәштәрҙең остазына  ла, кумирына ла, кәңәшсеһенә лә әйләнгән. «Ул – беҙҙең заман ҡаһарманы, минең өсөн һәр яҡлап өлгөлө шәхес», – ти Лариса.

2009 йылда, маҡсатлы йүнәлтмә менән БДПУ-ны тамамлағас,  тыуған яғына ҡайтып төшә ҡыҙыҡай. Районда ҡалыу – мәжбүри. Ул ваҡытта яңы ҡуйылған район башлығына инеп, университетта эшкә ҡалырға тәҡдим алыуы хаҡында әйтә Лариса. Етәксе ныҡ тора, ҡыҙҙың тыуған яҡ өсөн кәрәкле белгес икәнен билдәләй. Мәғариф бүлегендә төпкөл ауылға уҡытыусы булып барырға тәҡдим итәләр. Хакимиәттә секретарь вакансияһы ла барлығын әйтәләр. Юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлаған йәш белгесте был тәҡдим дә илһамландырмай, йәнә район башлығына инә.             Талапсан, эшлекле етәксе ҡулы аҫтында хеҙмәт итеү оҡшап ҡала Ларисаға. Саф башҡорт телендә   сатнатып һөйләшергә, кешеләр менән дөрөҫ мөғәмәлә ҡорорға өйрәтеүе  өсөн рәхмәтле уға.

– Ул – бик теүәл кеше. Иртәнге сәғәт етелә эшкә килә. Ә мин унан 15 минутҡа алдараҡ инеп, эш өҫтәлен тәртипкә килтерергә тейеш инем. Тәртип булды һәр ваҡыт, – ти Лариса.

Бер ай ҙа эшләмәй, ҡыҙҙы район йәштәр бүлеге етәксеһе итеп күсерәләр. Әлбиттә, был вазифаға Лариса Тәминдар ҡыҙы тиҙ генә риза булмай. Шундай яуаплы эште башҡарырға тәжрибәм, оҫталығым етерме, тигән һорауҙан тыуған ҡурҡыуҙы етәксенең ышаныслы итеп: «Һин булдыраһың уны!» – тип әйткәне еңә.

 

Күңел һайлаған йәр

Ларисаның тормош иптәше Фәнгиз Фәтих улы Сафин – Әлшәй районының Һарай ауылынан. «Был ауыл эргәһенән Ебәк юлы үткән.  Башлыса Ҡаҙандан күсеп килгән татарҙар йәшәгәнгә, ҡаңны-төркәй ырыуы башҡорттары, улар менән ҡушылып, үҙҙәрен татар тип һанай башлаған. Фәнгиздә лә өләсәһе яҡлап ҡаңны-төркәй ҡаны бар», – ти Лариса Тәминдар ҡыҙы. Тиҫтерҙәштәр бер-береһен мәктәптә уҡығандан белә. Әммә мөхәббәт уты көтмәгәндә тоҡана.

Ул ваҡытта Фәнгиз контракт буйынса армияла хеҙмәт итә. Отпускыға ҡайтырға тейеш була. Класташы, дуҫы, туғаны Рим менән аралашып торалар. Рим бик сибәр ҡыҙ менән танышыуы хаҡында хәбәр итә. Фәнгиздең шул ваҡыт күңелендәге бер ҡыл сыңлап китә. Ялға ҡайтҡанда тура Римгә бара. Дуҫы ҡыҙҙар менән осрашырға тәҡдим итә. Лариса, егеттәр саҡырыуы буйынса, иптәш ҡыҙын алып, кафеға килә. Көндөң дә ниндәйе бит әле! 2008 йылдың 14 феврале, Ғашиҡтар көнө. «Фәнгизде күргәс, күҙемә берәү ҙә эленмәй. Рим ҡамасаулай бит инде. Ә Фәнгизгә тип алып килгән иптәш ҡыҙым уны оҡшатманы...» – тип йылмая Лариса. Шулай итеп, ҡыҙҙар осрашыуҙан ҡасып тигәндәй ҡайтып китә. Сая егеттәр уларҙы тыныслыҡта ҡалдыра буламы һуң? Ларисаға шылтыратырға тотоналар. Сымдың теге осонда Фәнгиз:

–  Ниңә ҡастығыҙ?

– Миңә ул оҡшамай.

– Ә кем һиңә оҡшай?

– Миңә ғүмер-ғүмергә берәү генә  оҡшаны.

– ... ә ул – мин?

Ыңғай яуап ишеткәс, Фәнгиздең түбәһе күккә тейә. Тиҙҙән ул, гөлләмәләр тотоп, Ларисаның ҡаршыһына баҫа. Шул мәлдән был матур пар бер ваҡытта ла айырылышҡаны ла, араларынан ел үткәргәне лә юҡ. Осрашҡас та тиҙ генә ҡауышып китә алмай йәштәр. Фәнгиз, хәрби бурысын үтәп, һигеҙ ай тигәндә ҡайтып төшә. Лариса уны көтөп ала. Ике йыл дуҫлашып йөрөп өйләнешәләр. Ҡыҙыҡ ҡына итеп тәҡдим яһай Фәнгиз. Ташлы ауылы эргәһендәге быуаға һыу инергә баралар. Йөҙә белмәгән

Ларисаны тәрәнгәрәк алып китеп: «Сыҡ миңә кейәүгә! Сыҡмаһаң... һыуға ташлайым» – тип шаярта.

Лариса ла был тәҡдимде күптән көткән була бит...

Ҡәйнәһе менән тәүге осрашыу күңелендә йылы тәьҫораттар ҡалдыра.  Уның асыҡ, алсаҡ булыуы оҡшай. Өйҙәренә ҡыйыуһыҙ ғына аяҡ баҫҡан буласаҡ килененә ҡарап, ҡәйнә кеше иренә өндәшә: «Бына, Фәтих, былары һинең балаларың булһа, быныһы – минеке!»  Шул ваҡыттан дуҫ, татыу ғүмер итә ҡәйнә менән килен.

Фәнгиздең тәүге һөнәре – йыһаз яһау оҫтаһы. Өйләнешкәс, БДУ-ның социология факультетын тамамлай. Эске эштәр министрлығы тармағында эшләй башлағас, ҡыҫҡартыуға эләгә һәм шул ваҡытты үҫеш нөктәһе тип билдәләй ғаилә. Иҫке генә йорт һатып алып, яңыһын төҙөгәнсе шуны йүнәтеп йәшәп торалар. Ике балалары Булат  менән Морат шунда нығына, ә кинйәләре Миратты ике ҡатлы яңы йортҡа алып ҡайталар. Булаттың исеме әсәһенең тәүге хәрефтәренән алынған. Моратты уға оҡшатып ҡушалар. Ә Миратты Лариса үҙе уйлап таба. Аҙаҡ уның мәғәнәһен дә белгәс, бигерәк ҡыуаналар. «Дүрт йыл элек 4 июлдә донъяға килгән был балабыҙ – беҙҙең көҙгөбөҙ», – ти Сафиндар.

– Өй проектын оҙаҡ уйланыҡ. Мин уңайлылығын, ә Лариса матур булыуын ҡайғырттыҡ. Тырыша торғас, бүрәнәнән матур итеп һалып индек, – ти ғаилә башлығы. Лариса ла, ағас өйҙә тын алыуы рәхәт, тип тап шундайға ҡыҙыҡҡан була.

 

Үҫеш нөктәһе

Фәнгиз йыһаз цехына эшкә урынлаша. «Тәүге һөнәрем үҙенә тартты»,  – ти ул. Газ заправкаһында оператор булып та хеҙмәт итә. Төшөмлө булһа ла, был эштең күңеленә ятмауын аңлай. Ишектәрҙе монтажлаусы булып күсә. Оҫталыҡта тәжрибә туплағас, 2012 йылда үҙ эшен асыу уйын тормошҡа ашыра башлай. Ишектәр, тәҙрәләр, иҙән түшәмдәре, ҡапҡалар ҡуйыу менән булыша. Йәш ғаиләгә ата-әсәһе кәрәк ваҡытта ярҙамға килергә торһа ла, артыҡ иркәләтмәйҙәр. Шуға йәштәр үҙ йүндәрен үҙҙәре күрә. Шәхси предприятиеның нығынып китеүендә Ларисаның да роле ҙур була.

– Ҡатын-ҡыҙҙан саҡ ҡына аңлау булһа, иңен ҡуйһа – ир кеше ҡанатлана, беләгендә көсө арта. Шәхси эш асҡан ваҡытта, бар мәшәҡәтте яуаплылығыма алып, үҙем башҡарырға тырыштым. Өйгә һуң ҡайтылды. Үҙем һатам, үҙем алып ҡайтам, үҙем ҡуям – барыһына ла етешәм. Көндөҙ клиенттар менән эшләйем, төндә документтар тул-тырам. Ал-ял юҡ. Биш йыл самаһы шулай дауам итте. Ир-ат юғары маҡсаттарға хәләл ефете ярҙамында ирешә, – ти Фәнгиз.

2018 йылда ғаиләнең  диңгеҙҙә ял итергә мөмкинлеге асыла.

«Сафмастер» шәхси предприятиеһы булып киткәнсе күпме юл үтергә тура килеүен йәштәр үҙҙәре генә белә. Яңыраҡ сауҙа нөктәһен киңәйтеүгә өлгәшкәндәр. Оҙаҡ атамаһын таба алмайҙар. Быйыл ғына Сафиндар, уртаҡ фекергә килеп, уны «Сафмастер» тип исемләгән.

«Ҡатыным идея бирһә, мин – уны тормошҡа ашырыусы», – ти Фәнгиз. Улар бер-береһен тулыландырып йәшәй. Ларисала ижади ҡараш, тойомлау көслө, ә Фәнгиз – аяғында ныҡлы баҫып торған, ут сәсрәтер уҙаман. Лариса хискә бирелеүсән, нескә күңелле, ә Фәнгиз, уны сабыр аҡыл менән ҡабул итеп, ғаилә карабын ел-дауылдарҙан һаҡлаусы.

Йәштәр бүлегенән декрет ялына китә ҡатын. Береһенән-береһе һылыу балаларҙы күргәс, күптәр: «Нисек бер төрлө генә улдар таптығыҙ», – тип һорайҙар. Булат менән Мораттың аралары – ике йәш. 12, 10 йәшлек үҫмерҙәр – дүрт йәшлек Миратҡа лайыҡлы ағай.

 

Бейеүгә мөхәббәт

Лариса бәләкәй сағынан бейеүгә тартыла, тик уға өйрәткән кеше табылмай. Районға Баймаҡ уҙаманы Азамат Салауат улы Кәримов хореограф булып килеүе тормошона йәм, тәм өҫтәй. Уның ҡиәфәтен күреү менән «был һылыу бейергә тейеш» тип, Ларисаны  тәүге дәрескә саҡыра осҡор күҙле уҡытыусы. 2023 йылдың ноябрендә төҙөлгән «Дим» ансамбленең репертуары байый. «Азамат Салауат улы – талапсан етәксе. Эштән һуң тыз-быз киләбеҙ. Күпбеҙ бит инде – ике табип, клуб мөдире, юрист ҡыҙыҡайыбыҙ – туғыҙ кеше даими йөрөйбөҙ. Беҙгә 20-ләп бала ҡушылды. Улар араһында бығаса ҡурайҙа уйнап таң ҡалдырған ике улымдың да булыуы күңелгә йылы өҫтәй. Етәксебеҙ тәү сиратта тәртип һәм теүәллек талап итә. Уның бер генә әйтеп ҡуйыуы етә», – ти яғымлы һылыу. Бейеү Ларисаға көс өҫтәй. Кәүҙәһен тура тотоп, тәүәккәл, ышаныслы баҫып атлай. Сәхнәлә үҙен иркен тойған кеше тормошта ла юғалып ҡалмай. Ике сәғәт бейеү хәл бирә, кәйефте күтәрә. «Коллектив булып ойошҡас, бергә намаҙ ҙа уҡыйбыҙ, ифтарға ла йөрөйбөҙ. Ансамбль менән Сусаҡтауға менеп таң ҡаршылыу матур йолаға әйләнгән. Тау башында бейеү ҙә оҡшай. Башҡорт бейеүҙәре «Бөрйән ҡыҙы», «Арғаяш» күңелгә үтеп инде. «Йүкәгүр»ҙе инде һорап-һорап бейетәләр», – тип һөйөнә Лариса. «Дим» ансамбле быйыл «Байыҡ» республика бейеү бәйгеһенең тәүге турынан үткән.

 

 

Гүзәл Байрамова фотолары.

Әлшәй районы.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 8-се (2024) һанында уҡығыҙ.

Теләк тылсымы
Теләк тылсымы
Теләк тылсымы
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: