+9 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
20 Октябрь 2023, 14:47

Туған тупраҡ ҡәҙере

Мәләүез районының данлыҡлы педагогтар династияһы вәкиле – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Гүзәл Әнүәр ҡыҙы Хәлитованың (Вәхитова) ғүмер юлы һоҡландыра. Оло йөрәкле ҡатынды яҙмыш төрлө яҡлап һынаһа ла, ул тормошто, эшен, кешеләрҙе ярата. Изгелеклеге уны балҡыта һәм йәшәүенә йәм, көс өҫтәй. Ҡырҡ йылға яҡын балаларға белем биреп, уңыш һәм хөрмәт ҡаҙанған мөғәллимә, һөнәрен ҡырҡа алмаштырып, бына инде өс йыл республикала алдынғы «Ашҡаҙар» ауыл хужалығы предприятиеһында урынбаҫар вазифаһын лайыҡлы башҡара. Тормош иптәше Илдус Тимерхан улы Хәлитовтың ышаныслы ярҙамсыһы. Бөгөн улар, хеҙмәт династияһы хасил итеп, ҙур көс талап иткән ер һәм малсылыҡ эшенә ғаиләләре менән егелгән.

Туған тупраҡ ҡәҙере
Туған тупраҡ ҡәҙере

Затлы Вәхитовтар нәҫеленең вариҫы
Уҡытыусылар ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға килә Гүзәл. Әсәһе Тәнзилә Ғиниәт ҡыҙы, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлап, ғүмер буйына Мәләүездә 3-сө гимназияла математиканан уҡыта, ә атаһы Әнүәр Иҙрис улы Вәхитов, Башҡорт дәүләт университетында белем алып, Мәләүез районының Аптраҡ, Түбәнге Таш, Иштуған урта мәктәптәрендә, Күгәрсен районының Хоҙайбирҙин мәктәбендә киләсәк быуынға белем бирә. Үҙен өлгөлө остаз һәм оҫта етәксе итеп тә танытҡан уҙаманды партияның Мәләүез райкомына эшкә алалар. Ул оҙаҡ йылдар КПСС-тың район комитетында ойоштороу бүлеге мөдире вазифаһын намыҫлы башҡара. Һуңғы йылдарҙа «Путь Октября» район гәзите мөхәррире, «Мәләүез» совхозы директоры урынбаҫары була. Тыуған төйәген ысын күңелдән яратҡан һәм уны күтәргән көслө күсле Вәхитовтар нәҫеленең вариҫы улар.
Зыялылар ғаиләһендә үҫкәнгә лә, Гүзәлдә бәләкәстән матурлыҡҡа, нескә зауыҡҡа, белемгә ынтылыш көслө. Ләйсән һеңлеһе менән Азат ҡустыһына ла өлгөлө һәм ярҙамсыл апай була ул. Өлгөргәнлек аттестаты алғас та, эшкә төшә – Сәйет мәктәбендә башланғыс синыф уҡыусыларына белем бирә Гүзәл Әнүәр ҡыҙы. Күңеле тартҡан ошо изге һөнәр ысын булмышы икәнен аңлағас, тәүҙә педучилищены, шунан ике юғары уҡыу йортон тамамлай. Ә Ләйсән һеңлеһе иҡтисад өлкәһен һайлай, Азат ҡустыһы Мәскәү ит һәм һөт сәнәғәте технологияһы институтына уҡырға инә.
Абруйлы, көслө һәм оло йөрәкле аталары, ғүмер юлында балаларына ышаныслы маяҡ булып, һәр яҡлап терәк тә, йүнәлеш биреүсе лә була. Ә донъя көтөү зирәклегенә ҡыҙҙар уңған, талапсан әсәләренән һәм иҫ китмәле сабыр йәнле өләсәләренән өйрәнә. Ауылға өләсәһенә ҡайтҡан арала матур һәм бал ҡортолай нескә билле Гүзәлгә ауыл егеттәре күҙ һалғылай. Әммә ғорур тәбиғәтле ҡала сибәркәйе уларға иғтибар бирмәй. Яҙмышына яҙылған ысын мөхәббәтен көтә.
Тормош иптәше Илдус менән 1989 йылдың 10 майында танышалар, ә 1 июндә егет ҡыҙға өйләнешергә тәҡдим яһай, 29 июлдә гөрләтеп туй яһайҙар. Туйында атаһы ҡыуанысынан илай. «Булдыҡлы егет, һин уның менән уңасаҡһың, тип үҙе фатиха биргәйне бит атайым», – тип иҫләй һөйкөмлө ханым. Яңылышмай атаһы – бәхеттә, бәрәкәттә йәшәй улар. Ипле егет үҙенең етдилеге, уңғанлығы, тәрбиәлелеге менән уҡытыусы ҡыҙҙың йөрәген яулай. Корнеевка ауылында төпләнә йәштәр. Гөлниса ҡәйнәһе, хужалыҡ­тарының ишәйеүен теләп, килененә һөтлө тана бүләк итә. Ҡала ҡыҙына һыйыр һауырға ла өйрәнергә тура килә. Бер йылдан, өйҙәренең йәме булып, ҡыҙҙары Айгөл тыуа. Мөһабәт йорт һалып сыға йәш ғаилә, шунда көтөп алған улдары Илнур донъяға килә.
«Тырышып йәшәп алып киттек. Ҡурабыҙҙа ла яйлап мал-мөлкәт артты: һыйырҙар, һарыҡтар, ҡош-ҡорт... Баҡсабыҙ ҙурайҙы – бер эштән дә ҡурҡманым, үҙемде сикләп, уңышты тарҡатманым», – тип йылмая ҡаланы ауылға алмаштырған ханым. Киләһе йыл Гүзәл менән Илдус Хәлитовтарҙың бергә татыу ғүмер итеүенә лә 35 йыл тула. Балаларының икеһе лә Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған: Айгөл – иҡтисад, ә Илнур торба үткәргес транспорты факультетын. Әлеге көндә улар, матур ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, ата-әсәһен һөйөндөрөп, нәҫел ҡотон байытып, тырышып донъя көтә.

Юғалтыу ғазаптарын еңеп
Гүзәл Әнүәр ҡыҙының атайлы-әсәйле түңәрәк тормошо уйламағанда тар-мар килә: алтмышы ла тулмаған әсәһендә яман шеш табалар, сир менән көрәшеү ыңғай һөҙөмтә бирмәй, күҙ алдында һүрелә яҡыны. Һөйөклө ҡатынын ерләгәндән һуң аталары ла бирешә, ҡайғынан мандый алмай ул да гүр эйәһе булып ҡала. 2008 йылда Азат ҡустыларының фажиғәле үлеме туғандарын ҡабат ауыр тетрәнеүгә һала. «Йөрәгем өҙөлөп төшкәндәй һыҙландым ул йылдарҙа. Ваҡыт тынысландырҙы, балалар, ейәндәр хаҡына йәшәү көс, йылылыҡ, ышаныс бирә», – ти мәрхәмәтле әсә. Азат ҡустыһының улы Динисламды ла үҙ ҡурсыуына ала йомарт ҡатын. Динислам, Өфө дәүләт нефть техник университетын ҡыҙыл дипломға тамамлап, әле «Ашҡаҙар»ҙа баш зоотехник булып эшләй. Һөнәре үҙенә бик оҡшай. Ә Ләйсән һеңлеһе Владислав кейәүе менән Стәрлетамаҡта төпләнгән. Ул, ялдарында апаһы менән еҙнәһенә ҡайтып, баҡса утап, тирә-яҡты гөл итеп китә. Татыу йәшәй туғандар.

Педагог булып ҡала
Киң күңеллелек, ихласлыҡ һәм балаларҙы яратыу хас Гүзәл Әнүәр ҡыҙына. Тормошҡа етди ҡарашлы, тос фекерле, үҙ эшен яратып башҡарған уҡытыусыны бәләкәстәр тәүге көндән үҙ итә, дәрестәрен түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Һөҙөмтәләре лә һөйөндөрә: уҡыусылары төрлө бәйге-фестивалдәрҙә маҡтаулы урын яулай, район һәм республика олимпиадаларында юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Намыҫлы хеҙмәте өсөн үҙе Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнә. Башланғыс синыф уҡыусыларын уҡытҡан мөғәллимә рус теле һәм әҙәбиәтенә ғашиҡ булыуын аңлап, ошо һөнәр буйынса өҫтәмә юғары белем ала.
«Рус теле һәм әҙәбиәтенең тәрбиәүи әһәмиәте оло мәғәнәгә эйә, аң-белем кимәлен, рухты, ижади хыялды, телмәрҙе үҫтереүҙәге роле баһалап бөткөһөҙ, телмәр оҫталығына яҙыусыларҙан һәм шағирҙарҙан өйрәнегеҙ, ғәҙәти булмаған алымдар ҡулланығыҙ, тип өйрәтә инем уҡыусыларыма. Балалар менән улар телендә һөйләшә белеү, ҡыҙыҡһыныу­ҙарын тойом­лау, дөрөҫ йүнәлеш биреү, мауыҡтырыу кеүек сифаттар ҙа дәрескә, уҡыуға һөйөү тәрбиәләй. Уҡыусының күңел күҙҙәрен аса», – тигән фекерҙә уҡытыусы. Корнеевка урта мәктәбендә байтаҡ йылдар директор вазифаһын да уңышлы башҡара ул.
36 йыл мәктәптә көс түккәндән һуң, ире уны үҙе идара иткән «Ашҡаҙар» хужалығына урынбаҫар итеп саҡыра. «Гел янымда ғына йөрөрһөң: эшләрбеҙ ҙә бергә ял да итербеҙ», – ти тормош иптәше һәм хәләл ефетен социаль мәсьәләләр, ойоштороу һәм ашхана эштәре буйынса яуаплы итеп билдәләй. «Яңы хеҙмәт урыныма килһәм, кабинеттарҙа ғәҙәти булмаған тынлыҡ. Хужалыҡ идаралығында һәр кем үҙ эшен тыныс ҡына башҡарып ултыра. Уҡыусыларға, шау-шыуға өйрәнгәнгә, тәүге мәл балаларҙы, уларҙың гөрләүен һағындым. Түҙмәй, тәнәфес мәлендә, мәктәпкә барып, балалар менән аралашып килә инем. Яйлап күндем», – тип йылмая етәксе. Үҙ бурысына яуаплы ҡарауы, кешеләрҙе яратыуы, ярҙамсыллығы менән яңы эшендә лә хөрмәт ҡаҙана Гүзәл Әнүәр ҡыҙы. Яҡындары, хеҙмәттәштәре өсөн нурлы йөҙө, ипле талапсанлығы, яғымлы тауышы, алтын кәңәштәре, хәстәрлеклеге менән күңелдәрҙе иретер көскә эйә ысын педагог булып ҡала ул. Мәрхәмәтле ханым, мосолман байрамдарында ҡорбан салдырып, ашханаларында былау, аш, бәлештәр бешереп, ауылдаштарын һыйлай. Төрлө саралар үткәреүҙе лә үҙ өҫтөнә алған эшлекле ҡатын. Быйыл Педагог һәм остаз йылы сиктәрендә Мәләүез ҡалаһында Вәхитов-Ғайсиндар династияһына арналған йыйынды ойошторған. Киләсәк быуынды үҫтереүгә һәм тәрбиәләүгә тос өлөш индергән педагогтар нәҫеленә нигеҙ һалыусыларҙы иҫкә алыу һәм хөрмәтләү байрамына династия вәкилдәрен, туғандарын, коллегаларын, уҡыусыларын йыйған ул.

Эш түгел, ә йәшәү рәүеше
Каникул мәлдәрендә хужалыҡта баҫыу эшсәндәренә, малсыларға төшкө аш ташып йә водитель булып эшләгән Илнур улдары тәүҙә фермаға яҡын да килмәй. Бер ваҡыт ул Нордовка ферма­һында һыйырҙарҙың муйынына эленгән сенсорлы муйынсаҡтарҙы күреп ҡала ла, улар ни өсөн, тип ҡыҙыҡһына. Һәр малдың һанын шулай билдәләйҙәр, тип яуаплай уға ферманыҡылар. Егет ҡыҙығып китә. Һөҙөмтәлә мал көтөүе менән идара итеүҙең автомат системаһын аңлау һәм эштә ҡулланыу өсөн Илнур Илдус улы Израилға уҡырға бара. Унан бөтөнләй икенсе кеше булып ҡайта – күҙҙәре янып торған, барыһын да үҙгәртергә ынтылған шәхес! Шул ваҡыттан алып малсылыҡ тармағы өсөн яуаплылыҡ уның иңенә һалына. Бына инде туғыҙ йыл хужалыҡта ең һыҙғанып хеҙмәт итә уңған уландары. «Нефть тармағын ауыл хужалығына алмаштырыуыма бер көн дә үкенмәнем», – ти ул хәҙер, ғорур ҡиәфәт менән.
«Ауылды ярата улым. Йәш булһа ла, туған хужалығында малсы булып намыҫлы эшләп, дан ҡаҙанып өлгөрҙө. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн Илнур Илдус улы быйыл Радий Хәбиров ҡулынан Башҡортостандың Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Хужалығыбыҙҙы киңәйтә, яңы фермалар төҙөй, уның тырышлығы менән заманса йыһазлан­дырылған 4 малсылыҡ комплексы ҡалҡып сыҡты. Көнөнә 80 тонна һөт һауып, 77 тоннаһын Мәләүез һөт-консерва заводына тапшырабыҙ, ҡалғанын быҙауҙарға имеҙәбеҙ. Беҙҙең һөт сифаты, ҡуйылығы буйынса бөтә евростандарт талаптарына яуап бирә, йәғни унан балалар өсөн һөт ризыҡтары һәм сыр ҙа эшләргә мөмкин. 2022 йыл йомғаҡтарына ярашлы, хужалығыбыҙ бер һыйырҙан һауым продуктлылығы буйынса Рәсәйҙә 7-се урын алды», – ти Гүзәл Әнүәр ҡыҙы. Был өлкәлә 100-ләп кешене эш менән тәьмин иткән Хәлитовтар. 2200 баш һауын һыйыр­ҙары бар. Маҡсаттары – һауын малдарын өс меңгә, ә тулайым һауымды 100 тоннаға еткереү.
Фермаларҙа тәртип, таҙалыҡ. Быҙау аҙбарының төҙөлөшө генә 30 миллион һумға торош иткән. Субсидияға ғына өмөт итеп ултырмай улар. Күпселек сығымдарҙы хужалыҡ үҙ иҫәбенә ҡаплай. Заманса «моноблок» техноло­гияһы малдарҙы «бер ҡыйыҡ аҫтында» йәшәтергә мөмкинлек бирә: вентиля­торҙар эшләй, малдың ята торған урынына йомшаҡ «келәм» йәйелгән; туҡлыҡлы аҙыҡты махсус техника үҙе этеп килтерә, эсәр һыу йылы килеш бирелә. Мал аҫтын таҙартыу автоматлаштырылған. Һәүкәштәрҙе махсус щетка йыуа.
Маҡсатлы һәм алдынғы ҡарашлы етәкселек һәм үҙ эшен яратып башҡарған хеҙмәткәрҙәр тырышлы­ғында «Ашҡаҙар» районда ғына түгел, республикала ла алдынғы ауыл предприятиеһы булып танылған. Хәлитовтар династияһы өсөн ул – эш урыны ғына түгел, ә йәшәү рәүеше. Ер уңғандары ошо еңел булмаған эшкә бар тырыш­лығын һәм һөйөүен һалған, шуға туған тупраҡтың һәр ҡарышы ҡәҙерле һәм ғәзиз уларға.

Наҙлы ҡатын, әсә һәм өләсәй
Гүзәл Әнүәр ҡыҙы – өйөндә уңған хужабикә, һөйөклө ҡатын, әсәй һәм өләсәй. Яҡты күңелле, кешеләргә ҡарата иғтибарлы, бөгөнгө эшен иртәгәгә ҡалдырмаған, һәр аҙымын төплө уйлап алға барған ханым донъяға, яҡын­дарына оло мөхәббәт менән баға. Тормош иптәше лә уны ҡәҙерләй: затлы бүләктәр алып иркәләй, ял йорттарына, сәйәхәттәргә бергә йөрөйҙәр. Хәҙер Илнур улдары ла – үҙҙәренә ҙур терәк. Шуға эштән бер аҙ ял итеп, төрлө илдәрҙе күрергә һәм һаулыҡтарын нығытырға ла форсат таба улар. Килендәре – Баймаҡ ҡыҙы – Динаранан да уңғандар. Ауырып китһәләр, килендәре эргәләрендә өлтөрәп тора. Ул әле биш йәшлек Йәсминә менән өйҙә ултыра. Айгөл ҡыҙы менән Тимур кейәүе Өфө эргәһендә йорт һалып сыҡҡан, Артур исемле ул тәрбиәләйҙәр. Айгөл – психолог, кейәүҙәре – эшҡыуар. Ейән-ейәнсәрҙәр һөйөү ҡыуанысын татыу Гүзәл менән Илдус Хәлитовтарға ошо түңәрәк бәхеттәрен артабан да һаҡлап йәшәргә сәм һәм дәрт өҫтәй.

...Яңы һөрөлгән икһеҙ-сикһеҙ ҡара ерҙән боҫ күтәрелә, ужым сәселгән баҫыуҙар күҙҙе иркәләй, көтөү-көтөү һыйыр-быҙауҙарҙың мөңрәүе ишетелә... Ысын мәғәнәһендә ерҙе яратҡан, тәби­ғәттең һәр һулышын йөрәге менән тойған кеше генә был ауыр эште, юғары сәнғәт кимәленә күтәреп, ҙур ҡаҙаныш­тарға өлгәшә алалыр. Тыуған туп­раҡтың ҡәҙерен белгән һәм яҡташтарын сифатлы аҙыҡ менән туҡланды­рыуҙы үҙ бурысы итеп алған Гүзәл менән Илдус Хәлитовтарҙың эшлекле ғаиләһенә именлек, бәхет һәм уңыш теләйек!

Мәләүез районы.

Туған тупраҡ ҡәҙере
Туған тупраҡ ҡәҙере
Туған тупраҡ ҡәҙере
Туған тупраҡ ҡәҙере
Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: