Өләсәй-олатайлы татлы бала саҡ
Мәләүез районының бер үҙәнендә генә урынлашҡан йәмле Апас ауылында үтә бала сағы Юлиәнең. Апас – атаһы Харис Шәриповтың тәпәй баҫҡан ғәзиз төйәге. Харис Мөбәрәк улының, Өфө сәнғәт училищеһын, унан Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлап, Башҡорт дәүләт филармонияһында эш башлаған сағы, Ырымбур өлкәһе Һунарсы ауылы һылыуы Вәлимә Сәфәрғәле ҡыҙы менән өйләнешеп, дөйөм ятаҡтың бәләкәс кенә бүлмәһендә оя ҡорғандар. Тәүге улдары Уралдың, унан наҙлыҡай Юлиәнең тыуыуы йәш ғаиләне бәхет, шатлыҡ ипкененә сорнай. Артист атайҙың эше тынғыһыҙ: репетициялар, йыр яҙҙырыуҙар, концерттар, оҙайлы гастролдәр. Ә әсәгә ул ваҡытта заводта сменалы эштә көс түгергә тура килә. Шулай ҙа йәш ғаилә бәләкәстәренә бар һөйөүен, күңел йылыһын һалырға тырыша. Юлиәнең отҡорлоғон һиҙеп ҡалған Мөбәрәк олатаһы уны йәндәй күреп ярата, байтаҡ йылдар ятаҡта көн күргән балаларын йәлләп, ейәнсәрен үҙҙәрендә йәшәтеп торорға тәҡдим итә. Юлиә ете йәшкә тиклем, аталары иркен фатир алғансы, өләсәй менән олатай тәрбиәһендә үҫә. Ауылдағы йәшел сәхрәлә саф һауа һулап, гүзәл тәбиғәттең һәр һулышын тойоп, ҡара тупраҡтан ялан аяҡ йүгереп, ҡояш нурҙарына иркәләнеп, яҡындарының йылы хәстәренә төрөнөп буй еткерә балаҡай. Иртән йоҡоһонан уяныуға аш-һыуға оҫта Дамира өләсәһенең ҡомалаҡтан әсетеп ауыл мейесендә күпертеп бешергән тәмле икмәгенең еҫе, яңы ғына айыртылған ҡаймаҡ тәме һәм ҡурсыулы йылы мөхит әкиәти бер мөғжизәләй хәтеренә уйылған Юлиәнең. Тамаҡ ялғап алғас, ауыл буйлап күңелле лә, ҡыҙыҡлы ла сәйәхәткә сығып китә ҡыҙсыҡ. Ә юлында осраған кешеләр шундай алсаҡ, ихлас. Уны әллә кемдәй күреп, хәлен һорашып үтәләр, емеш-еләк, тәмлекәстәр менән һыйлайҙар. Ағастарҙы, ҡош-ҡорттарҙы күҙәтеп, сәскәгә тулы яландарҙы, күл буйҙарын гиҙеп, тиҫтерҙәре менән йүгерешеп уйнап, арманһыҙ булып арып көтөү ҡайтыуға ғына ҡайтып инер була ул. Кистәрен ашап алғас, олатаһы менән китап уҡырға ултыралар. Эй һағынып көтөп ала ошо мауыҡтырғыс минуттарҙы сабый.
«Ауылда мине ныҡ яраттылар, айырыуса олатайымдың иҫе китә ине, буш ваҡыты килеп сыҡһа, янына ултыртып, әкиәттәр, хикәйәләр уҡый. Оҙайлы һыуыҡ ҡыштар күбеһенсә шулай китап артында үтте. Тап Мөбәрәк олатайым мине иртә йәштән уҡырға, һанарға, яҙырға өйрәтте. Дүрт йәшемдә үҙем китап уҡый башланым, тәүҙә ижекләп, унан һыу кеүек эстем әҫәрҙәрҙе. Бала саҡтан йөрәгемдә яралған әҙәбиәткә һөйөү, яңылыҡтарға ҡыҙыҡһыныу, белемгә ынтылыу әле лә тынғылыҡ бирмәй. Башҡорт, урыҫ, инглиз телдәрендә яңы сыҡҡан һәр билдәле әҫәр менән танышып барам. Иҡтисад, психологияға ҡағылышлыһын да ҡалдырмайым. Инглиз телен һәйбәт белеүем ярҙам итә. Тәржемәлә йәки фильмдарҙа әҫәрҙең һуты юғала, ниндәйҙер мөһим өлөшө төшөп ҡала. Ә төп нөсхәлә уның эстәлеге һәм энергетикаһы икенсе төрлөрәк, ҡеүәтлерәк ҡабул ителә барыбер. Яңыраҡ Рэй Бредбериҙың китаптарын уҡып, үҙемә яңы донъя астым. Беҙҙең башҡорттарҙағы һымаҡ геройҙарының күңел донъяһы бай булыуы менән иғтибарымды йәлеп итте уның сәсмә әҫәрҙәре», – ти Юлиә, тәьҫораттары менән бүлешеп.
Ауылда һыбай йөрөргә лә өйрәнә ул. Ата-әсәһе ялға ҡайтҡан саҡтарында уларҙы һағынып көтөп алыуы, бүләк-күстәнәстәренең шул хәтлем дә ҡәҙерле булыуы хаҡында һөйләгәндә әле лә йөрәкһеп китә Юлиә. Телевизорҙан атаһының йырлауын ишетеп һәм клипта әсәһенең дә төшөүен күреп, зәңгәр экранға төбәлеп, хәрәкәтһеҙ баҙап ҡалған ҡыҙсыҡты хәтеренә төшөрөп, күҙҙәренә йәштәр төйөлә. Ата-әсәһенә, олатай-өләсәһенә ирекле, ауыллы, йылы хис-тойғоларға бай, бәхетле бала саҡ бүләк иткәндәре өсөн сикһеҙ рәхмәтле ул. Олатаһы гүр эйәһе инде, ә бына 90 йәшен ҡыуған Дамира өләсәһе әле һаман ике һыйыр тота, балалары ҡайтыуға һәр саҡ файҙалы һөт ризыҡтары, ҡамыр аштары менән тулы һыйлы табын көтә.
Республикала транспорт хәрәкәтен күҙәтеү – мөһим эш
Бынан дүрт йыл элек Республика Башлығы Радий Хәбиров транспорт маршрутын көйләүҙе, иҫке, сифатһыҙ техника урынына яңы автопарктар булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуйғайны. Башҡортостанда транспорт реформаһы уңышлы бара. Хәҙер юлдарҙа йөрөгән автобустар кәм тигәндә 3-4 йыл элек сығарылған. Йәмәғәт транспортының хәрәкәт итеү ваҡытын, тиҙлеген, тәртибен күҙәтеү һәм көйләү кеүек яуаплы эш менән дүрт йыл элек асылған «Ташыу ойоштороу үҙәге» дәүләт ҡаҙна учреждениеһы шөғөлләнә. Юғары уҡыу йортон тамамлаған йәш белгес Юлиә Харис ҡыҙын шул үҙәккә эшкә алалар һәм ул күңеленә хуш килгән яңы технология алымдары ҡулланылған мөғжизәле һыҙмалар, һандар донъяһына сума. Автоматлаштырылған технология системаһы ярҙамында республика, муниципаль-ара, ҡала эсендә хәрәкәт иткән маршруттарҙы билдәләү, юл хәрәкәтен күҙәтеү һәм улар менән идара итеү, эшлекле һөйләшеүҙәр алып барыу кеүек бурыстарҙы атҡара уларҙың диспетчерлаштырыу һәм мониторинг бүлеге. Төп маҡсат – юлдарҙа хәүефһеҙлек тәьмин итеү, тәртип урынлаштырыу. Юлиәнең белемен, тырышлығын, эшкә яуаплы мөнәсәбәтен күреп, уны тиҙ арала баш белгес итеп күтәрәләр.
«Тәбиғәтем менән иплемен. Ир-егет эше тип күреп, ҡыйыуһыҙ ғына атлап ингәйнем учреждение тупһаһы аша. Ҡатмарлы һөнәрҙең нескәлегенә тиҙ төшөндөм. Халыҡҡа файҙаһы ҙур икәнен аңлау ҙа эшемде яратып башҡарырға ярҙам итә. Компьютерҙа заманса махсус программа аша йәмәғәт транспорты маршруттарының һәр тайпылышын күҙәтеү һәм уларға ваҡыты, арауығы ҡәтғи билдәләнгән йәҙүәл (расписание) төҙөп, диспетчерға тапшырып барыуҙан ғибәрәт минең төп хеҙмәтем. Йәмәғәт транспорты туҡталышҡа билдәләнгән минутта барып етеп, кеше сығып ҡына ултырып китерлек уңайлы шарттар булдырыу – беҙҙең бурыс. Бүлек начальнигы Илнур Данияр улы Лоҡманов – бөтәбеҙҙе лә бергә туплап, ҙур маҡсаттар ҡуйып, эште дөрөҫ итеп ҡора белгән талапсан етәксе. Коллектив хеҙмәткәрҙәренә лә иғтибарлы, кәрәк саҡта яҡлай, терәк була белә. Хеҙмәттәштәремдән дә, эшемдән дә уңдым. Һәр саҡ иртән изге уй-маҡсаттар менән, һөйөнөп эшкә барыу – үҙе бәхеттер», – тип йылмая Юлиә Харис ҡыҙы.
Изгелек орлоғо ғаиләлә һалына
Юлиә ата-әсәһенең ҡунаҡсыллығын, кешеләргә ярҙамсыл, ихлас мөнәсәбәтен күреп үҫә. Һәр кемде яғымлы йөҙ, матур һүҙ менән ҡаршылау, сәй эсереп, ҡунаҡ итеп ебәреү ғәҙәти хәл кеүек ҡабул ителә Шәриповтарҙың миһырбанлы ғаиләһендә. Күршеләре менән дә татыу йәшәйҙәр. Баҡтиһәң, фатирҙарын улар бер ҡасан да бикләп йөрөмәй, күршеләр менән уртаҡ ишектә генә йоҙаҡ бар. Шуға кем ниндәй тәмлекәс, ҡамыр ашы бешерә, шул күршеһенең өҫтәленә индереп ҡуя, ҡыуанысы менән бүлешә, ауыр саҡта ярҙамлаша.
«Атайым Харис Мөбәрәк улы – Рәсәйҙең көмөш тауышы – утыҙ йылға яҡын Башҡорт дәүләт филармонияһында лайыҡлы хеҙмәт итеп, хаҡлы ялға сыҡты. Һаман да ижад итә. Яңы йырҙар яҙҙыра, сәхнәлә сығыш яһай. Талантлы шәхесте халыҡ ярата, социаль селтәрҙәрҙә лә уның йырын һорап мөрәжәғәт итеүселәр күп. Әсәйем шулай уҡ хаҡлы ялда, ул байтаҡ йылдар һатыусы булып эшләне. Волонтерлыҡ менән әүҙем шөғөлләнә. Өлкәндәргә ярҙам итә, былтыр йәй Хәйбулла районындағы янғынды һүндереүҙә ҡатнашты. Урал ағайым менән бәләкәйҙән дуҫ булдыҡ, ул – ауыр минутта таяныс була белгән ышаныслы кешем, яҡын кәңәшсем. Ҡул эше оҫтаһы үҙенә оҡшаған шөғөлдән ҡанатланып, донъянан йәм табып йәшәй. Йомарт күңелле, сабыр йәнле, ярҙамсыл, тәүәккәл, кеселекле ғаиләм – минең өсөн һәр ваҡыт өлгө һәм көс сығанағы. Уларға бәхетле, сәләмәт оҙон ғүмер теләйем. Шулай уҡ мәктәп йылдарынан мине үҙ балаһылай яҡын күргән һәм күп тапҡырҙар ярҙам ҡулы һуҙған изге инәй – ут күршебеҙ Рәйсә Зөфәр ҡыҙы Ғәйфуллинаға рәхмәтлемен. Мәктәптән ҡайтыуыма өҫтәлебеҙҙә уның боҫо борҡоп торған тәмле бәлеше көтә торғайны, уңған инәй бүлмәмә заманса ремонт та яһашты. Бәләкәстән минең ғүмер юлымда гел ҡояшлы кешеләр генә тура килә. Улар маҡсатҡа ынтылырға ҡанат ҡуя», – ти һөйкөмлө һылыу.
Буш ваҡыттарында Юлиә фитнес менән шөғөлләнергә лә мөмкинлек таба. Киләсәккә ҡорған уй-маҡсаттары ла байтаҡ. Шуларҙың береһе – атаһының иң матур йырҙарын туплаған юбилей концертын ойоштороу.
Йәш кенә булһа ла, өлкәндәрсә фекер йөрөтә, эшен бойомға ашыра белә ул. Камиллыҡҡа ынтылыуы, ығы-зығыларҙан өҫтөн булыуы, саф күңеле, ҡайнар йөрәге менән тирә-яҡтағыларҙың да тормошон яҡтыртҡан аҡыллы, тырыш һәм рухлы Юлиә Шәриповаға, үҙенә лайыҡлы иш табып, артабан да маҡсаттарға талпынып эшләргә, һөйөнөп йәшәргә яҙһын!
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 8-се (2022) һанында уҡығыҙ.