+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ир-егеттәр ҡоро үтте

Сибайҙа кисә Республиканың Урал аръяғы райондары ир-егеттәре ҡорға йыйылды. 

Ир-егеттәр ҡоро үтте
Ир-егеттәр ҡоро үтте

Сибайҙа кисә Республиканың Урал аръяғы райондары ир-егеттәре ҡорға йыйылды. 

Сибай концерт-театр берлеге бинаһында үткән сараға йыйылыусылар дүрт секцияға бүленеп эшләне. "Сәләмәт һәм айыҡ йәшәү рәүеше, физик культураны һәм спортты таратыу", "Эшҡыуарлыҡты һәм туризмды үҫтереү", "Экология, тәбиғәт сығанаҡтары һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау", "Илһөйәрлек тәрбиәһе һәм хоҡуҡи белем биреү" тип аталған майҙансыҡтарҙа аралашыу йөкмәткеле барҙы.

Ҡорҙо асыу тантанаһында РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев сығыш яһаны.

Форум эше алдынан Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәйкәленә сәскә һалыу, филармония фойеһында күргәҙмә презентацияһы үтте.

Ир-егеттәр ҡоро үтте
Ир-егеттәр ҡоро үтте
Автор:
Читайте нас: