30 май “Батырлыҡ тураһында һүҙ”
Был көн Бөйөк Ватан һуғышы һәм махсус хәрби операцияға бағышлана. Беҙҙе яҙыусы Олег Рой һәм шағир Сергей Лобанов менән осрашыу көтә. Шулай Яҙыусы йортоноң асылыу тантанаһы көтөлә, “Ил яҙмышында һуғыш” күргәҙмәһе асыла, Әрме культураһы көнөн презентациялау һәм Рәсәй армияһы театрының “Ҡыҙҙар” спектакле ҡуйыласаҡ.
31 май “Мәңгелек тураһында һүҙ”
Билдәле классиктарҙың әҙәби әҫәрҙәрен иҫкә төшөрәйек һәм мастер-кластарҙа ҡатнашайыҡ.
Халыҡ артистары Ильзе Лиепа, Александра Захарова, Екатерина Рождественская театралдарҙы «Династиялар» спектакле менән ҡыуандырасаҡ, ә театр һәм киноның күренекле актеры, композитор, музыкант Иван Замотаев рус әҙәбиәте әҫәрҙәре буйынса моноспекакль менән сығыш яҙаясаҡ.
1 июнь “Киләсәк тураһында һүҙ”
Бөтә саралар ҙа Балаларҙы яҡлау көнөнә арналасаҡ. Йәш китап уҡыусыларҙы күренекле яҙыусы Андрей Усачев менән осрашыу көтә. Хор музыкаһын яратыусыларҙы 600 һәләтле баланан торған хор сығышы көтә.
Шулай уҡ «Һаумы, һаумы, әкиәт» / «Здравствуй, здравствуй, сказка!» башҡорт телендә әкиәт һөйләүселәрҙең республика конкурсының йомғаҡлау тантанаһы көтөлә.
Өс көндә лә сәғәт 10-дан 22-гә тиклем тематик майҙансыҡтар, мастер-кластар, билдәле әҙәбиәтселәр менән осрашыуҙар көтә. Улар араһында билдәле “Ежик в тумане ” тарихын тыуҙырыусы Юрий Норштейн һәм “Парма йөрәге” романының авторы Алексей Иванов бар.
«Китап-Байрам» – бөтәһе өсөн дә ҙур байрам! Килегеҙ! Көтәбеҙ!