+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
1 Декабрь 2022, 11:57

Оҫталар төрлө яҡтан йыйыла

1 – 3 декабрҙә Өфөлә XV “Башҡорт шәле” республика фестиваль-бәйгеһе үтә.

Оҫталар төрлө яҡтан йыйыла
Оҫталар төрлө яҡтан йыйыла

1 – 3 декабрҙә Өфөлә XV “Башҡорт шәле” республика фестиваль-бәйгеһе үтә.

 

 “Башҡорт шәле – 2022” фестиваль-бәйгеһендә Башҡортостандан да, Рәсәйҙән дә оҫталар, халыҡ кәсептәре предприятиелары ҡатнашыуы көтөлә.

Фестиваль барышында оҫталарҙың ярышы, кәзә мамығынан бәйләнгән әйберҙәр йәрминкәһе, башҡорт шәлен бәйләү һәм туҡыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре, “Башҡорт шәле тураһында реклама ролигы” бәйгеһе лә көтөлә.

Тәүге республика башҡорт шәле фестивале  Өфөлә 1992 йылда үткәрелә. Артабан күргәҙмәләр Ейәнсура, Стәрлебаш райондарында, Күмертау ҡалаһында, Өфөлә ойошторола. 2018 йылдан алып ул “Өфө. Арт. Кәсептәр. Сувенирҙар” күргәҙмә-фестивале сиктәрендә ВДНХ ЭКСПО залында үтә.

Сараны ойоштороусылар: БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы, республиканың ҡала һәм район хакимиәттәре.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: