Силәбе өлкәһендә урман янғынына бәйле ҡот осҡос хәлдәр тураһында ишетәбеҙ. Төтөнө Башҡортостандың Урал аръяғын да ҡапланы.
Ураман шулай уҡ беҙҙең төбәктә лә яна. Үткән тәүлектәрҙә дүрт янғын урыны теркәлде, тип хәбәр итәләр республика Урман министрлығынан. Янғындың дөйөм майҙаны 23 гектар тәшкил иткән.
Ул Бөрйән һәм Баймаҡ райондарында тиҙ арала һүндерелгән. Ә Белорет районы Инйәр урман хужалығында ут менән көрәш дауам итә.
Башҡортостанда 1-4 класс янғын хәүефһеҙлеге һаҡлана. Күгәрсен һәм Мәләүез райондарында уға 5 класс кимәле бирелгән.
Ғөмүмән алғанда, 15 апрелдән 11 июлгә тиклем республика урман фонды биләмәләрендә 205 янғын теркәлгән. 93-ө тәбиғи факторға (йәшенгә, быяла аша ҡояш нурҙарының ҡыҙыуланыуына) бәйле, 80 осраҡта уға кеше ғәйепле, 30 хәлдә ут башҡа ерҙәрҙән күскән, тип фаразлана, ә 2 янғынға техноген объекттар сәбәпсе булған. Уттан йәмғеһе 2309,4 гектар урман зыян күргән.