-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғалимә сәхифәһе
12 Июль 2021, 16:09

739 меңдән ашыу кеше вакцинаның тәүге өлөшөн яһатҡан

Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы прививканың тәүге компонентын 739 418 кеше эшләткән.

739 меңдән ашыу кеше вакцинаның тәүге өлөшөн яһатҡан
739 меңдән ашыу кеше вакцинаның тәүге өлөшөн яһатҡан

Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы прививканың тәүге компонентын 739 418 кеше яһатҡан. Был – республикаға килгән вакцинаның 87 проценты тигән һүҙ, тип белдерҙеләр бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанға ковидҡа ҡаршы йәмғеһе 850 мең доза вакцина килтерелгән. Бөгөн тағы ла 20 мең дозанан торған сираттағы партия көтөлә.

“Препараттың ике компонентын да 420 723 кеше эшләткән, йәғни килгән вакцинаның 49,5 проценты тотонолған. Прививка яһатыу тиҙлеге буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә туғыҙынсы урында тора, килгән препаратты файҙаланыу буйынса – 48-се урында”, – тип билдәләне республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Игорь Засядкин. Ул дауалау учреждениеларында ла, мобиль пункттарҙа ла вакцинаның етерлек булыуын әйтеп үтте.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала вакцинациялау эшен тиҙләтергә ҡушты. Һүҙ, щул иҫәптән, бөтә дәүләт хеҙмәткәрҙәренә һәм эре предприятиелар эшселәренә прививка яһатыу тураһында бара. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының республикаға даими вакцина килеп тороуы хаҡында ҡайғыртыуы бик мөһим, тип өҫтәне Хәбиров.

Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров әйтеүенсә, ҙур предприятиеларҙа вакцинациялау буйынса ниндәй ҙә булһа проблемалар булмаясаҡ. Был предприятиелар хеҙмәткәрҙәренә прививка яһатыуҙы ошо аҙна аҙағына тамамларға ниәтләйҙәр.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: