+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғалимә сәхифәһе
2 Июль 2021, 15:43

Заманса кино залдары

2021 йылда Башҡортостанда “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә өс кино залы асыла. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Заманса кино залдары
Заманса кино залдары

2021 йылда Башҡортостанда “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә өс кино залы асыла.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

11 марттан алып 30 апрелгә тиклем Кино фонды, Рәсәй Федерацияһының 500 меңгә тиклем кеше йәшәгән тораҡтарында милли фильмдар күрһәтеү өсөн шарттар булдырыу маҡсатында,  фильмдар күрһәткән ойошмаларға ярҙамға ғаризалар йыйҙы. Конкурс “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә үтә.

Һөҙөмтәлә Башҡортостанда өс кино залы асыла. Улар өсөн заманса ҡоролмаларҙы Хәйбулла һәм Бүздәк район мәҙәниәт йорттары, шулай уҡ Языково ауылы мәҙәниәт йорто ала, тип белдерә БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

2015 – 2020 йылдарҙа үткән конкурстарҙа Башҡортостандан 47 кино залына ярҙам күрһәтелгән.

Фото –  БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Читайте нас: