Прокуратура 38 йәшлек Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәте начальнигын права һатыуҙа һәм вазифаһы вәкәләтлеген боҙған башҡа осраҡтарҙа ғәйепләй.
Һүҙ Нефтекама ЮХХДХ начальнигы тураһында бара. Прокуратураның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2019 йылда Юл пост хеҙмәте Нефтекамала йәшәүсе праваһы алынған кешегә ҡарата протокол төҙөй һәм «Хонду Аккорд» машинаһын бының өсөн билдәләнгән махсус урынға бикләй. Ғәйепләнеүсе ЮХХДХ начальнигына мөрәжәғәт итә, ул иһә документтарҙы судҡа ебәрмәй юҡ итеү сараһын күрә.
Шулай уҡ енәйәттә ғәйепләнеүсе 2018 йылда 30 мең һум ала һәм уҡымаған кешеләргә права бирә.
Ул үҙенең ғәйебен танымаған һәм әле вазифаһынан ситләтелгән. Енәйәт эше, ҡарау өсөн, судҡа тапшырылған.