+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғалимә сәхифәһе
2 Июль 2021, 13:10

Күсмә вакцинациялау пункттарының эш графигы үҙгәрҙе

Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында бөгөнгө көндә йәмғеһе туғыҙ күсмә вакцинациялау пункты эшләй.

Күсмә вакцинациялау пункттарының эш графигы үҙгәрҙе
Күсмә вакцинациялау пункттарының эш графигы үҙгәрҙе

Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында бөгөнгө көндә йәмғеһе туғыҙ күсмә вакцинациялау пункты эшләй. Шуларҙың һигеҙе – Өфөлә: “Простор”, “Акварин”, “Мир”, “Мега”, “Планета” сауҙа үҙәктәрендә, “Үҙәк” сауҙа комплексында, “Ҡунаҡһарай” сауҙа-эш комплексында, “Башҡортостан” Лайфстал-үҙәгендә урынлашҡан, береһе – Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы “СитиМолл” сауҙа үҙәгендә.

Сауҙа үҙәктәрендәге вакцинациялау пункттары эш көндәрендә иртәнге сәғәт 11-ҙән киске сәғәт һигеҙгә тиклем, ял көндәрендә (байрамдарҙы ла индереп) иртәнге ундан киске сәғәт һигеҙгә хәтлем асыҡ.

Күсмә пункттарҙа "йәнле" сират буйынса ҡабул итәләр, йәғни алдан яҙылыу кәрәкмәй.

Читайте нас: