VI Бөтә донъя фольклориада алдынан санитар-эпидемиологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса етди саралар күрелә. Фестивалде Өфөлә, шулай уҡ 22 муниципаль берәмектә яҡтыртыуҙа ҡатнашыусы журналистар COVID-19-ға бушлай ПЦР-тестар тапшыра.
Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев фоьклориаданы яҡтыртыуға федераль, төбәк, район журналистарының иң тәжрибәлеләре йәлеп ителеүен билдәләне.
– Әле 700-ләп журналист аккредитация үтте. Беҙ эпидемиология сараларын күҙәтеүгә бик етди ҡараныҡ – халыҡ күп буласаҡ был сарала тик вакцинацияланған журналистар ғына эшләйәсәк. 1, 2 июлдә Өфөлә генә түгел, республиканың 22 районында ла журналистар өсөн бушлай ПЦР-тест биреү пункттары ойошторолдо, – тине Максим Ульчев.