+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғалимә сәхифәһе
2 Июль 2021, 11:57

Фольклориада ҡунаҡтарын ҡаршы алыу дауам итә

Башҡортостан аэропортында VI Бөтә донъя фольклориада ҡунаҡтарын ҡаршы алыу дауам итә.  Беренсе июль Өфөгә 16 илдән коллективтар килде. Улар Панама, Һиндостан, Ҡушма Штаттар, Мексика, Перу, Боливия, Румыния, Палестина, Ҡырғыҙыстан, Эстония, Коста- Рика, Бенин, Камерун, Австрия, Болгария, Индонезия вәкилдәре.

Шулай уҡ Өфөгә рәсми сәфәр менән CIOFF®️ фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмалары халыҡ-ара советы президенты Филипп Боссан килде.

- Башҡортостан, Өфө һәм республика хөкүмәте фольклориадаға әҙерләнгәндә бик ҙур ярҙам күрһәтте. Пандемия осоронда был еңелдәрҙән түгел. Өфөнө юҡҡа ғына һайламаныҡ. Бында ошондай кимәлдәге фестивалдәр, конгрестар үткәреүҙә тәжрибә бар. Рәсәйҙең CIOFF, Башҡортостан да был тәҡдимде күтәреп алды. Фольклориадала барлығы 37 илдән килгән коллективтар ҡатнаша. Уны бергәләп үткәреп ебәрербеҙ,- тине совет президенты.

Бөтә донъя фольклориада байрамы 4 йылға бер тапҡыр ойошторола торған сара. Быйыл ул Рәсәйҙә, Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә, 3-10 июль көндәре үтәсәк. Унда донъяның 37 иле, 1100 артист ҡатнашасаҡ. Байрамдар шулай уҡ республиканың 22 муниципаль районында уҙғарыла.

Читайте нас: