+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғалимә сәхифәһе
2 Июль 2021, 14:23

Фольклориада илсеһе, танылған йырсы Надежда Бабкина Өфөгә килде

 Рәсәйҙең халыҡ артисткаһы Надежда Бабкинаны Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡаршы алды. Билдәле булыуынса, рус халыҡ йырҙарын башҡарыусы Бөтә донъя фольклориада байрамын асыу тантанаһында ҡатнашасаҡ.

 Надежда Бабкинан тыш, фольклориада байрамына бик күп билдәле артистар һәм төркөмдәр саҡырылған. Хәбәр итеүебеҙсә, концерттарҙа “Вайнах” Чечен дәүләт бейеү ансамбле, Кубань казак хоры, “Евровидение”ла илебеҙ исеменән ҡатнашҡан Манижа, Рәсәй йырсыһы Тина Кузнецова, Франциянан оркестр, Пятницкий хоры, Эмир Кустурица һәм башҡалар сығыш яһаясаҡ.

Байрам сараһы  өсөнсө июль Өфө “Боҙ-арена” һарайында асыла. Ял көндәре “Ватан” паркында “Фольклориада йөрәге” тигән тамаша- концерт буласаҡ. Саҡырылған билдәле артистарҙың сығышын шунда күрергә мөмкин.

Фольклориаданы тантаналы ябыу 10 июлгә тәғәйенләнгән. Уның байрағын киләһе байрамды уҙғарыусы илгә тапшырасаҡтар.

Читайте нас: