+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғалимә сәхифәһе
2 Июль 2021, 15:35

Флешмоб иғлан итте

Республика етәксеһе Радий Хәбиров милли костюмдағы фотоһүрәте менән фольклориадаға ҡарата флешмоб асты. Радий Фәрит улы,  унан өлгө алырға саҡырған. Флешмобҡа ҡушылып милли кейемдәге фотоларҙы, видеоларҙы социаль селтәрҙәргә ҡуйырға мөмкин. #Фольклориада2021 #Башкортостан #WorldFolkloriadaRussia #CIOFF_Russia

Флешмоб иғлан итте
Флешмоб иғлан итте

Республика етәксеһе Радий Хәбиров милли костюмдағы фотоһүрәте менән фольклориадаға ҡарата флешмоб асты. Радий Фәрит улы, унан өлгө алырға саҡырған. Флешмобҡа ҡушылып милли кейемдәге фотоларҙы, видеоларҙы социаль селтәрҙәргә ҡуйырға мөмкин.

#Фольклориада2021 #Башкортостан #WorldFolkloriadaRussia #CIOFF_Russia

Етәксе билдәләүенсә, милли кейем ул беҙҙең ата- бабаларыбыҙға һәм тарихыбыҙға йүнәлткән бер күпер.

  • Минең аңлауымса, Башҡортостандағы фольклориада - ул донъя кимәлендәге мәҙәни ваҡиға. Уны беҙ еңел булмаған шарттарҙа үткәрәбеҙ. Шуға ҡарамаҫтан, халыҡтар бер- береһенә ынтыла, татыулыҡта, дуҫлыҡта йәшәргә теләй. Әйҙәгеҙ тарихыбыҙ менән ғорурланайыҡ. Төрлөсә булһаҡ та, беҙ барыбеҙ ҙә бергә. Бөтәгеҙгә лә тыныс, аяҙ күк йөҙө теләйем,- тип тамамлаған ул “Бәйләнештә” селтәрендәге битен.

Фото, видеоларҙы социаль селтәрҙәргә ҡуйғанда,ошо хештегтарға таянырға онотмағыҙ: #Фольклориада2021 #Башкортостан #WorldFolkloriadaRussia #CIOFF_Russia

Читайте нас: