-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғалимә сәхифәһе
2 Июль 2021, 09:49

Өфөлә ер убылған

Төндә баш ҡалала йәшенле көслө ямғыр үтте.

Өфөлә ер убылған
Өфөлә ер убылған

Төндә баш ҡалала йәшенле көслө ямғыр үтте.

Яуындан Цюрупа менән Коммунистар урамы киҫелешендә ер убыла һәм соҡорға «Рено Логан» автомобиле төшөп китә. Соҡорҙоң тәрәнлеге өс метр самаһы, ә киңлеге – 2,5-кә 4 метрға яҡын.

Ваҡиға тураһында махсус хеҙмәттәргә төнгә өстә билдәле була. Урынға тиҙ арала Өфөнөң граждандарҙы һаҡлау, тиҙ медицина ярҙамы, ЮХХДХ һәм башҡа хеҙмәттәр бригадаһы килеп етә.

Өфө хакимиәтенән белдереүҙәренсә, машина соҡорҙан сығарылған, тән йәрәхәте алыусылар юҡ икән.

Водитель Павел Демин “Башҡортостан” ДТРК журналистарына биргән интервьюһында: “Машина яйлап ҡына соҡорға иңкәйеп төштө. Салондан сыға алманым, сөнки аҫта көслө ағым ине. Мине артҡы ишектән юл хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре өҫкә тартып алды”, - тип аныҡлыҡ индерә ғәҙәттән тыш был хәлгә.

Читайте нас: