Башҡортостанда быға тиклем булмаған эҫе көндәр тора.
Шуға кешеләрҙе һыу буйҙары ылыҡтыра. Һыу инеү, үкенескә ҡаршы, күңелһеҙ тамамланған осраҡтар ҙа йышая. Кисә республикала 4 кеше батып үлгән. Был турала Башҡортостан буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәтенән хәбәр итәләр.
Саҡмағош районы Үрнәк ауылы эргәһендәге йылғала 1966 йылғы ир батҡан.
Ҡырмыҫҡалы районы Яңы Күгәнәк ауылы эргәһендәге күлдән 34 йәшлек ирҙең кәүҙәһен тапҡандар.
Әлшәй районы Никифар ауылы эргәһендә, Дим буйында, 11 йәшлек бала ололарҙың күҙ алдында бата.
Тағы бер 9 йәшлек бала Йәрмәкәй районында Ыҡ йылғаһында үлемесле бәләгә юлыға.
Бар осраҡтар буйынса ла тикшереү эштәре бара.
1 июлгә ҡарата республикала 8 бала һыуға төшөп үлгән. Был – үтә лә күңелһеҙ хәл. Балаларҙың ғүмере өсөн ололар яуаплы булыуын онотмаһаҡ ине.