Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров фольклориада алдынан урындағы баҫма мөхәррирҙәре, блогерҙар менән осрашты һәм халыҡ ара- форумды үткәреүҙә мәғлүмәти ярҙам һораны. Етәксе билдәләүенсә, фольклориада халыҡ дипломатияһына тиң сара һәм уны Бөтә донъя йәштәр фестивале менән дә сағыштырырға мөмкин.
Республика етәксеһе белдереүенсә, был сараны үткәреүҙә ул тулыһынса яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә ала. Башҡортостанда уны ойоштороу өсөн бөтә хәүефһеҙлек саралары иҫәпкә алынған.
-Фольклориаданың үҙенсәлекле йүнәлеше бар. Беҙгә донъяның 37 иленән делегация килә. Улар Башҡортостанды ҡараясаҡ, уның күркәм тәбиғәте, иҫтәлекле урындары менән танышасаҡ. Киләсәктә һәр кем үҙенең туристик маршрутына республиканы индерер тигән фаразлауым бар. Был бер булһа, икенсенән, фольклориада ул халыҡ дипломатияһы. Уның әһәмиәте 1957 йылда, Мәскәүҙә үткән Бөтә йәштәр фестиваленә лә ауаздаш. Ул дуҫлыҡ һәм мәҙәниәт байрамы булып хәтерҙә ҡалырға тейеш,- тине Радий Фәрит улы.