-4 °С
Болотло
Стәрлетамаҡ районында йәнә үлемесле авария теркәлгән. Унда ике кеше, шул иҫәптән 11 йәшлек баланың ғүмере өҙөлгән.
Авария Өфө- Ырымбур юлында, Стәрлетамаҡ районы билмәләрендә теркәлгән. Унда “Тойота-RAV4” автомобиле туҡтап торған йөк машинаһына килеп бәрелә. Белгестәр билдәләүенсә, водитель һаулығы насар булыу арҡаһында, рүлдә килеш аңын юғалтҡан тигән фараздар бар.
Авария һөҙөмтәһендә ике кеше, шул иҫәптән бер бала һәләк була, тағы ике пассажир етди йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла.