+11 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Аһ, был ҡатын-ҡыҙ
17 Ноябрь 2025, 07:33

Уның үҙ Йыһаны...

Кисә Өфөлә, "Башҡортостан" дәүләт концерт залында,  билдәле ғалим, сәсәниә, йәмәғәтсе Розалиә Солтангәрәеваның ижади эшмәкәрлегенә 50 йыл тулыуға һәм юбилейына арналған «Яҡшылыҡ нуры» концерт-театрлаштырылған тамаша ҡуйылды. Ғаилмә менән  журналыбыҙҙың июнь һанында сыҡҡан әңгәмәне ҡабатлап  бирәбеҙ.  Розалия Солтангәрәева – уникаль, сағыу шәхестәребеҙҙең береһе. Уның донъялыҡҡа тик үҙенсә баҡҡан күңел күҙе, инанысы,үҙ йыһаны бар. Төрки донъяһында билдәле фольклорсы, филология фәндәре докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм фән эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры,  яңыраҡ ҡына ғүмер ҡаяһының етмешенсе артылышын яулаған Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы – асылыбыҙ хаҡында. – Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы, халҡыбыҙ  ижадына  булған ҡыҙыҡһыныуығыҙ, һөйөүегеҙ ҡайҙан килә?Уның инеше?

Уның үҙ Йыһаны...Уның үҙ Йыһаны...
Уның үҙ Йыһаны...

– Әлшәй районының Яңы Сәпәш ауылында зыялылар ғаиләһендә тыуып үҫтем. Атайым Әсфәндиәр Мөхәмәҙиәр улы – Бөйөк Ватан һуғышын үткән яугир, тарих уҡытыусыһы, әсәйем Йәмилә Әйүп ҡыҙы – математик. Ғөмүмән,  ата-бабаларым – ғилем дә, белем дә, дини мәғрифәтселек тә таратыусы. Улар араһында иң көслөһө – Әхмәтйән олатайым дүрт ауылдың указной муллаһы була. Етенсе быуыным Ҡаҙаҡбай иһә йән һәм тән көсөнә эйә ерән сәсле, дәү буйлы, йор һүҙле ҡанбабам ҡарашы менән өҫтөнә менеп килгән атты ла туҡтатыр булған, тиҙәр. Беҙҙең нәҫелде деүәрән (дворян) тип йөрөткәндәр. Мөхәмәҙиәр олатайымдың һәм уның өс улының яу ҡырынан имен-аман ҡайтыуы – Аллаһы  Тәғәләнең  бер хикмәте, мөғжизәһе, доға-теләктәрҙең илаһи көсө ул. Ғәрифә ҡартнәйем Ҡөрьәнде белгән, мөнәжәт һөйләгән, теремек, көслө шәхес ине. Матур, һылыу инәйем һәм батыр, ҡыйыу атайым – минең булмышым, мөхитем, ә ете быуын ата-бабаларымды ишетмеш кенә белһәм дә, тәрбиәм, йәшәү ҡеүәтем – уларҙан.

 

– Тормошта ҡулланған ниндәй ырымдарығыҙ бар? Улар ысынлап та «эшләйме», ниндәйҙер көскә эйәме?

– Мәҫәлән, шишәмбе ҡоро көн, эш башлама, тигән ырым бала саҡтан мейегә һеңгән. Һис шикһеҙ, Аллаһы Тәғәләнең бөтә көнө лә йәмле, тик шулай ҙа шишәмбелә ниндәйҙер ҙур осрашыу, сара көтөлә икән, һәр саҡ: «Эй, Аллам, дин өсөн түгел, көн өсөн бөгөнгөмдө ғәзиз һәм уңышлы ит, Әл-Мөхтәдир», – тип ун тапҡыр ҡабатлайым. Сәфәргә юлланғанда, ете юл сатында, күпер аша үткәндә һөйләшмәй, тын сығам. Күпер – бер ярҙы икенсеһе менән, тормош һәм билдәһеҙ киләсәкте, ер һәм һыу донъяһын тоташтырыусы бушлыҡ. Унда ни булырын берәү ҙә белмәй, шуға эстән шым ғына доға уҡыу фарыз. Теге йәки был йоланы, ырымды үтәһәң, күңел тыныслана, барыһы ла яҡшы булыр, тигән инаныс тыуа. Сөнки элек-электән «Йолаһыҙ ил – болалы» тигән тәрән мәғәнәле аҡыл бар. Йолаға хатта хан да буйһонған. Йола ул туй йәки исем ҡушыу ғына түгел, ул – кейенеүең, тотошоң, тәрбиәң, һинең йәшәү рәүешең. Йоланың башында тәү сиратта – тәртип. Ошо боронғо аҡылды тотһа, өйрәнһә, кешелек күптән алға китер ине. Ағастың да бит тамырынан киҫһәң, ул ауа. Ә шәхсән минең йәшәйешемдә, донъямды гармониялаштырыуымда бик боронғо тәбиғәт дине лә, Тәңре динем дә, Исламым да, намаҙым да бар һәм улар һис тә бер-береһенә ҡамасау түгел.

 

– Ергә ятып аунау,  аралар боҙолмаһын өсөн ағасҡа ҡыҙыл еп бәйләү – ошоноң ише ышаныуҙар башҡорттарға хас булғанмы? Мәжүсилек хаҡында ни әйтерһегеҙ?

– Башҡорт – тәбиғәт балаһы,  Ер  кешеһе һәм Геродот заманынан, әлмисаҡтан уның закондарын белеп, һанлап йәшәгән. Уның йәнтөйәккә, тәбиғәткә инаныуы геномында нисек булған, бөгөнгәсә шулай һаҡланған. Халҡыбыҙҙың моңонда ла шишмә сылтырауы, ҡылған бөгөлөүе, елдең һыҙғырыуы, япраҡтар шыбырлауы, урман шаулауы, тауҙар ыңғырашыуы – барса тәбиғәт аһәңлеге сағылыш тапҡан. Хатта үләнен, артышын өҙгәндә лә ул, үҫемлектәрҙең тамыры ҡанамаһын тип, һындырылған еренә май яғып китә.

Беребеҙ ҙә һыуға йә тауға саждә ҡылып, һорап, табынып ултырмай. Ә ҡояш байығас, һыу алырға, һыу инергә ярамай, һыу шәл бөркәнә, шәле йыртыла йәки утҡа төкөрмә, телеңә тилсә сығыр, тигән ырым-тыйыуҙар – мәжүсилек түгел, улар борон-борондан килгән тәртип, әхлаҡ нормалары. Ул – тирә-йүнебеҙгә, беҙҙе ашатҡан, эсергән стихияларыбыҙға ихтирам билдәһе. Был башҡорт тәғлимәте, нәҡ тәбиғәткә яҡын булғанлығы, һаҡсыл ҡарашы. Уны изгеләштереүе хаҡына халҡыбыҙ юҡҡа сыҡмай йәшәп килә. Сөнки боронғо төркигә тиклем үк башҡорттоң «Урал батыры», руник яҙыуы, инаныуы, яҡшылыҡ тураһында идеологияһы булған.

Ә ергә ятып аунау әлеге лә баяғы Ер Тәңреһенә, уны ололауға бәйле.  Ул хаҡта китаптарымда күп яҙҙым. Мәҫәлән, тәүге йәшен йәшнәүен башҡорт бер ҡасан да битараф үткәрмәгән. Ишетеү менән ергә тәгәрәп, аунай, кешнәй һәм ҡулына нимә эләгә (ҡош йөнө, таш һ.б) шуны юрай, мәҫәлән, тәңкә йә аҡса эләкһә, тимәк, йыл уңышлы, бай була, ә һөйәк-һаяҡ эләкһә – юҡ. Шул ваҡытта ниндәй матур итеп   алғышлай ул:

«Кил, күгем, кил, күгем,

Күкрәп кил, Уралдан кил,

Уралдан килһәң, һыйыр һөтлө

була,

Яландан кил, яландан килһәң, бейә

һөтлө була,

Яҡшы яҡтан кил, бал баллы була».

Ябай, примитив  фразалар кеүек,   ә төбөндә генетик код, донъяны, тәбиғәт закондарын белеү сере ята. Һәм тәүге йәшен йәшнәгәндә юрауҙар раҫ сыға, сөнки күптән инде ғалимдар иҫбатлауынса, Ерҙә иң  көслө, таҙа заряд, энергия нәҡ ошо мәлдә йыйыла. Йәғни, тағы ла тамырҙарыбыҙға, мифологиябыҙға ҡайтабыҙ: Күк ата менән Ер әсәнең илаһи (енси) яҡынлығы, ике сфераның ҡушылыуы арҡылы яңы тормош тыуа, яҙ миҙгеле һулышын өрә, бар тереклек, тәбиғәт уяна.

 

– Бөгөнгө ислам быға нисек ҡарай?

– Аҡыллы муллалар бар ул. Йыйындарҙа теге йәки был йола үтәһәк: «Аллаһ ҡушмаған бер эш тә булмаҫ», – тип фәлсәфәүи күҙлектән ҡарап, фекер йөрөтөп, тыныс ҡабул иткән, матур мөнәсәбәт белдергән дин әһелдәребеҙ, шөкөр, етерлек. 

Мәҡәләнең тулы вариантын "Башҡортстан ҡыҙы" журналының июнь һанында уҡырһығыҙ.

Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас