Бөгөн ҡатын-ҡызҙарҙың күпселеге эш менән мәшғүл. Ул балалар ҙа үҫтерә, йортто ла ҡарай – уны яҡты һәм йылы итә, өҫтәүенә, карьера яһай, һуңғы арала ҡатын-ҡыҙ ир-егеттәрҙең тылдағы ныҡлы терәге лә, ул яугирҙәребеҙгә гуманитар ярҙам ебәрә, йылы әйберҙәр бәйләй, маскровкалау селтәрҙәре әҙерләй, ир-егеттәрҙе рухи яҡтан ҡеүәтләп тороусы ла. Ошо мең төрлө мәшәҡәттәргә сумып ҡалмайса, үҙенең нәзәҡәтлелеген, зауығын, наҙын һәм мөхәббәтен дә һаклай белә. Быларҙы бары тик ҡатын-ҡыҙ ғына булдыра ала.
Һеҙҙең тормошоғоҙ яҡшылыҡ һәм яҡтылыҡ, мөхәббәт, яҡындарығыҙҙың күңел йылыһы һәм иғтибары менән тулып, йөҙҙәрегеҙ йылмайыуҙан яҡтырып, нурҙар сәсеп торһон!