-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аһ, был ҡатын-ҡыҙ
16 Декабрь 2024, 10:43

Яҡтылыҡ илсеһе

Аралашыуға ябай, ипле холоҡло, шул уҡ ваҡытта эске ныҡлығы менән һоҡландырған, тормоштоң әсе һынауҙарына баш эймәйенсә, үҙе һалған йәшәү һуҡмағынан ышаныслы алға атлаған асыҡ күңелле, көслө рухлы гүзәл заттар – донъябыҙҙың күрке, йәме ул. Шундай ғәжәйеп сағыу, миһырбанлы, зирәк тормош аҡылына эйә милләттәштәребеҙҙең  береһе – Зимфира Хөсәйенова-Юламанова ошо йылда күркәм юбилейын билдәләй. Ул алтын миҙгелен ҡаршылауы айҡанлы, уй-ниәттәре, ғәмәлдәре менән бүлешә.

Яҡтылыҡ  илсеһе
Яҡтылыҡ илсеһе

«Бәләкәстән мөғжизәгә, Аллаһ Тәғәләгә ышандым, ошо инанысым мине бөгөнгө матур тормошома килтерҙе, – тип һүҙен башлай ул. – Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылында тыуғанмын. Миңә ике йәш тә тулмағайны әле, ғаиләбеҙ менән баш ҡалаға күстек. Мине 20-се башҡорт мәктәбенә биргәндәре өсөн атай-әсәйемә рәхмәтлемен, башҡорт рухын һеңдереп, йыр-моңға, сәнғәткә сорналып үҫтем. Мәктәптәге мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаштым». Өфө сауҙа техникумын тамамлаған һылыуға ниндәй генә һөнәрҙә үҙен һынап ҡарарға тура килмәй. Башта магазин мөдире булып эшләй ул. Кейәүгә сыҡҡас, донъяларын йәмләп, улдары Динар, ҡыҙҙары Айһылыу тыуа. Декрет ялдарында тик ултырмай йәш әсә: тегеүсе, мебель ҡаҙауы яһаусы, торт бешереүсе, рәссам-декоратор – отҡор һылыу ҡайҙа ла уңыш ҡаҙана. Рәссам-декоратор булып эшләгәнендә уның экспонаттары күргәҙмәләрҙә призлы урындар яулай. Балалары ла үҙенә оҡшап тырыш, дарманлы булып үҫә, икеһе лә юғары белем ала. Бөгөн инде уларҙың үҙ ғаиләләре бар. «Динар менән Лена киленем Эмир һәм Сафия исемле алмаш үҫтерә. Айһылыу ҡыҙымдың ғаиләһендә Әсәҙулла, Нәзирә һәм Айза үҫә», – ти әсә.

Сынъяһау итеп ҡорған сихри донъяһында, балалары ҡурсыуында, дуҫ-иштәре таянысында үҙен ышаныслы, бәхетле тоя ул. Шулай ҙа һуңғы йылдарҙағы юғалтыуҙар уны бер аҙ тетрәткән, бигерәк тә һөйөклө әсәһенең мәрхүм булыуын ауыр кисергән Зимфира апай. Ҡәҙерлеһе хаҡындағы яҡты хәтирәләр күңелен йылыта. Мәрхәмәтле эштәр башҡарып, мохтаждарға ҡулынан килгәнсе ярҙам итеп, тормошҡа һоҡланып йәшәүҙән йәм таба оло йөрәкле ҡатын. Зимфира Рәшит ҡыҙы бөтә эште Динар улы менән бергә башҡара. Хөсәйеновтар тыуған ауылдарындағы мәсетте матурлап яңынан төҙөкләндергән.

«Әсәйем – Саҡмағош һылыуы Рауза Латип ҡыҙы – төпкөл Хәйбулла районына фельдшер-акушер булып эшкә килә лә, атайыма тормошҡа сығып, шунда тороп ҡала. Ғаиләлә ике ағайымдан һуң тыуған мине – көтөп  алған ҡыҙҙарын атай-әсәйем наҙлап ҡына үҫтерҙе. Әсәйемдең оҙон көйҙәрен тыңлап, йырға ғашиҡ булдым. Шунда илаһи моң ояланы йөрәгемә һәм ул мине ғүмерем буйына оҙата килә. Ҡайҙа ла ҡулыма баянымды алам, йырым ағылырға ғына тора, – тип дауам итә һөйкөмлө ханым. – Ул ваҡытта ауылыбыҙ халҡының сәләмәтлеге һағында торған уңған, намыҫлы, фиҙакәр әсәйемде барыһы ла хөрмәт итте. Үҙенең исемен Рәшиҙәгә үҙгәртеп, ошо ерлектәге халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәрен ҡабул итте ул. Төн, ял, тип тормай, фельдшер сумкаһын йөкмәп, изге фәрештәләй ярҙамға ашыҡҡан ҡәҙерлебеҙ күпме кешене үлем тырнағынан һаҡлап алып ҡалды һәм нисәмә сабыйға кендек инәһе булды! Моңло тауышлы әсәйемдең сығышын байрамдарҙа гел һағынып көтөп алдылар. Ауыл хакимиәте уҙғарған мәҙәни бәйгелә, «Сәлимәкәй»ҙе башҡарып, беренсе урын яулағайны ул. Бүләккә тапшырылған патефонды әсәкәйем оҙаҡ йылдар яҡты ҡомартҡылай ҡәҙерләп һаҡланы. Тик яҡындарҙы ҡайтарып булмай шул... Бер ваҡыт Динар улым менән тыуған яҡҡа ҡайтып, мәсеттә атай-әсәйгә аят уҡытайыҡ, тип юлға сыҡҡайныҡ. Мәсет емерек хәлдә, тинеләр.

Астырып ҡараныҡ. Манараһынан һыу ағып тора, иҙән, түшәм таҡталары серегән, диуарҙары ҡыйыш, ҡапҡа-кәртәләре иҫкергән. Тәрән борсоуға һалды был күренеш. Улым менән тиҙ генә уйлаштыҡ та, ауыл хакимиәтенән рөхсәт алып, мәсетте төҙөкләндереүгә тотондоҡ. Оҫталар ҙа тиҙ табылды, төҙөлөш материалдарын һатып алғанда ла, ташлама яһап булһа ла, һәр кем ярҙам итергә ашҡынып торҙо. Өс ай эсендә, Аллаһ ярҙамы менән, байтаҡ эш башҡарҙыҡ: иҙәнен алмаштырҙыҡ, манараһын, тышын профнастил менән көпләнек, яңы кәртә, бәҙрәф эшләттек, матур ҡорғандар тектереп элдек. Дини балаҫ, күркәм люстралар, диуарға төҫлө панно килеште. Аҙан бөтә ауылға яңғыраһын  тип,  микрофон  һәм тауышты көсәйтеүсе ҡорамалдар алыу өсөн аҡса бирҙек. Ауыл халҡы мәсеткә әсәйемдең исемен бирергә теләүен әйткәс, күҙҙәремдән йәштәр атылып сыҡты. Ҡәҙерлебеҙҙе ҙурлап, уның рухын ололағандары өсөн ауылдаштарыма рәхмәт. Ауылға иман нуры ҡайтты. Тыуған яғымдың саф тәбиғәте, изге күңелле, эшһөйәр халҡы менән ғорурланам. Уңышҡа дәртләндерерҙәй ҡөҙрәтле көс табам ул мәрхәмәтле ерҙә, мохтаж сағымда иңен ҡуйған яҡташтарыма, эште яратып башҡарған хеҙмәткәрҙәремә рәхмәтлемен».

Зимфира Рәшит ҡыҙы Аҡъярҙа йәмле генә магазин тота, үҙ зауығына ярашлы заманса итеп йыһазландырған уны хужабикә. Бөтә төҙөкләндереү эшен үҙ көсө менән Динар улы башҡарған. Хәҙер бында килгән һәр кем яҡты залдағы зауыҡлы мөхит, килешле һәм сифатлы әйберҙәр, унда эшләүселәрҙең яғымлы мөғәмәләһе менән таң ҡала.

«Кешеләргә матур кәйеф тарата, йылы, затлы өҫкө кейемдәр тәҡдим итә алыуыма һөйөнәм. Аллаһ Тәғәлә ҡушмаһа, япраҡ та һелкенмәй, тиҙәрме әле, Хоҙай ундай изге мөмкинлек биргән икән, тимәк, мин лайыҡлы үтәргә тейеш ул йөкләмәне», – ти егерме йыллап ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы килешле кейемдәр менән һындарын тағы ла нәзәкәтлерәк, күркәмерәк итеү ниәте менән янған ханым. Тәжрибәле эшҡыуар, яҡташтарының ихтыяжына тап килтереп, кейем моделдәрен һайлай. Мода өлкәһендәге яңылыҡтарҙы күҙәтеп бара, фабрикаларға үҙе уйлап тапҡан кейем һыҙмаларын да тәҡдим итә.

«Бер ваҡыт магазиндарға сит ил әйберҙәре килеп тулды, ә үҙебеҙҙең кейем тегеү фабрикаларына ихтыяж кәмене. Ауыр хәлдә ҡалған етештереүселәрҙең береһе, заказдар юҡ, тип зарланды. «Әйҙәгеҙ, мин әйберҙәрегеҙҙе һатып алам, тик бер шартым бар», – тинем. «Ниндәй?» – тип аптырап һораны ул. «Кейемдәрегеҙҙе минең  һыҙма буйынса яңыртып тегергә тура киләсәк», – тигән тәҡдимемә риза булдылар. Шулай итеп, заманса, уңайлы фасонлы, йылы, сифатлы өҫкө кейемдәрҙе һатыуға сығарҙыҡ. Халыҡ яратып алды», – тип уңышҡа илткән ҡыйыу аҙымын бәйән итә Зимфира Хөсәйенова-Юламанова. Өмөттәр ҡыйралған ҡатмарлы 90-сы йылдарҙа Өфөнөң Үҙәк баҙарында асыҡ һауала тундар һатырға ла, «Уйна, гармун» тапшырыуында төшөргә лә, сәхнәлә йырларға ла өлгөрә ул. Ә инде бер нисә йыл элек  юл фажиғәһенә тарып, яңынан атларға, һөйләшергә өйрәнеүе, нығынып та етмәгән килеш «Юлдаш» радиоһында йыр-моң бәйгеһендә ҡатнашып, «Йырсы һандуғас» номинацияһында еңеүе, бер йылдан «тимер ат»ты йүгәнләүе нескә генә тойолған ҡатындың ҡоростай ныҡлы, көрәшсе рухлы булмышы хаҡында һөйләй.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се (2024) һанында уҡығыҙ.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: