+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аһ, был ҡатын-ҡыҙ
19 Июль 2023, 11:15

Йәшәүгә дәрт ҡабыҙыусы

Зумба! Был үҙенсәлекле бейеү төрө бөтә донъя буйынса йәштәрҙә генә түгел, өлкәндәрҙә лә ҡыҙыҡһыныу уята бара. Өфөлә зумба буйынса иң билдәле фитнес-тренерҙарҙың береһе Алһыу Үтәгәнова бына инде алты йылдан ашыу Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙарын сәләмәт, һомғол һәм бәхетлерәк итеү өсөн тырыша. Үҙенән сикһеҙ көс-ҡеүәт урғылып торған һылыуҙың дәрестәре кешеләргә шул тиклем оҡшай, улар дәртле латино ритмдарын хәтерләткән ҡатмарлы булмаған, әммә бик һөҙөмтәле хәрәкәттәрҙе сәғәттәр буйына ҡабатларға әҙер. Сөнки зумба ябыҡтырыу, уй-хистәрҙе тәртипкә һалыу һәм байтаҡ сирҙәрҙе дауалау сараһы ла икән ул.

Йәшәүгә дәрт ҡабыҙыусы
Йәшәүгә дәрт ҡабыҙыусы

Зумбаға һөйөү
Тәүге сабыйҙары тыуыуы мөхәббәтле ғаиләгә иң бәхетле минуттар бүләк итә. Әммә Алһыу, Мәҙинә ҡыҙын тапҡас, кәүҙәһенең тулыланып киткәнен тоя. Ябығыр өсөн, әхирәтенә эйәреп, бейеү дәрестәренә йөрөй башлай һәм, үҙе лә һиҙмәҫтән, Башҡортос­танда яңы ғына асылған спорт йүнәлеше – зумбаға ғашиҡ була. Етеҙ хәрәкәтле бейеүҙең сере шунда: бала бағыу һәм донъя мәшәҡәттәре менән бәйле йәш ҡатындың арығанлығы, төшөнкөлөклө уй-кисерештәре һыпырып алғандай юҡҡа сыға, кәйефе күтәрелә, йәшәүгә дәрте арта. Унан тыш, 56-сы үлсәмдәге кейем кейә башлаған йәш әсә 48-се үлсәмгәсә ябыға. Тренерҙары һуңлағанда, үҙе лә, музыка тоҡандырып, башҡаларҙы бейетергә әүәҫләнеп ала ул. Бер дәрес 500 һум тора. Яңы тормош ҡорған йәш ғаилә өсөн был – ҙур ғына сығым. Шул уҡ ваҡытта Алһыу инде бейеүһеҙ үҙен күҙ алдына ла килтермәй. Байтаҡ тәжрибә туплаған гүзәлкәй үҙе зумба дәресе алып барырлыҡ көсө һәм таһыллығы барлығын аңлай. Мәскәүҙә бер йыл уҡып, халыҡ-ара сертификат алып ҡайтҡас, Өфөлә зумба түңәрәге аса. Тәүҙә 3-4 төркөм менән генә сикләнә, ә инде артабан ошо матур һәм файҙалы хәрәкәттәрҙе күберәк кеше белһен өсөн, асыҡ һауала бушлай дәрестәр үткәрә башлай. Төп эшенә хилаф итмәҫ өсөн, бейеүгә ял көндәрен һайлай. Ирәмәлдә күҙәтеү ҡуласаһы һәм «Арт-квадрат» янында уҙғарған бушлай дәрестәренә бер-бер артлы халыҡ ағыла. Йөҙгә яҡын кеше бер һулыштан йәнгә тыныслыҡ, тәнгә ҡеүәт биргән хәрәкәттәрҙе ҡабатлай. Кешеләрҙең ҡыҙыҡһыныуын күреп, был изге ғәмәленең халыҡҡа ысынлап ыңғай тәьҫир итеүенә инана ул. «Көн дә төркөмгә яңы кеше ҡушылыу менән яңы тарих бите асыла, әйтерһең. Уларҙың һәр береһе – тетрәндергес һәм фәһемле. Бер ваҡыт ипле генә һылыу килде, хәрәкәттәре талғын, һис асылып китә алмай, яйлап бейеүҙе үҙләштерҙе, көйгә төшөнөп алды. Һуңынан ул, «һин мине үлемдән ҡотҡарҙың» тип, рәхмәт әйтеп китте. Баҡтиһәң, әсәһе гүр эйәһе булып ҡалғас, яңғыҙы күңеленә тыныслыҡ тапмай ныҡ яфаланған икән. Бейеү уға ҡайғыһын баҫырға, насар уйҙан арынырға ярҙам иткән. Яйлап тормошҡа ышанысы уянған. Сәлә­мәтлек мөмкинлеге сикләнгәндәр ҙә килә бейергә, улар ҡулдары менән ритмға ҡушыла. Зумба – ябығыу өсөн иң таралған алымдарҙың береһе, стрестан ҡотолдороусы дауа, бәхеткә көйләүсе көс ул. Кешеләрҙең йөрәкте өҙгөс тарихтары ла һайланған юлымдың мөһим һәм кәрәкле булыуын дәлилләй. Киләсәктә бәләкәстәр һәм һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн дә махсус бейеү программаһын үҙләштереү һәм был юҫыҡта эш башлау хаҡында уйлайым. Ниәтем – йәмғиәт өсөн файҙалы булыу, кешеләргә һынылышлы минуттарҙа ярҙам итеү», – ти Алһыу Мөхәррәм ҡыҙы. Матур кәйеф, шатлыҡ нуры таратҡан күмәк кеше араһында ошо йәнле йылылыҡтың сихри ҡөҙрәте һиңә лә күсә, әйтерһең. Үҙеңде уның мөһим бер ағзаһы итеп тоя башлайһың. Сәләмәтлеккә йүнәлтелгән камил хәрәкәттәр, белгестәр күрһәтмәһе менән тупланған махсус музыка, мөләйем йөҙҙәр, яҡты уй-ниәттәргә тулған күңелдәр, әлбиттә, мөғжизә тыуҙыра.
«Беренсе башлап зумба йүнәлешен Колумбия бейеүсеһе, хореограф, эшҡыуар Бето Перес уйлап тапҡан. 90-сы йылдар аҙағында зумба фитнес-программаһын булдырған, – тип һүҙен дауам итә Алһыу. – Был программа латиноамерика музыкаһы аҫтында бейеүҙе һәм аэроб күнегеүҙәрҙе үҙ эсенә ала. Зумба ҡәтғи ҡағиҙәләргә ҡоролмаған булыуы менән ҡыҙыҡлы. Ул – тормошсан, сағыу. Әгәр был төр фитнесты ҡатмарлаштырып, бейеү дәресенә әйләндерһәк, программа үҙенең төп мәғәнәһен юғалтыр ине. Ул ирекле һәм иркен хәрәкәт итеүҙе күҙ уңында тота. Шуға беҙ «бик яҡшы», «бик шәп», «мин хәрәкәт итәм, мин рәхәтлек алам, мин бәхетле» тип ҡабатларға яратабыҙ. Халыҡ араһында әкренләп зумбаға ышаныс нығыныуын, иғтибар артыуын тоям», – ти ул. Республикала сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауҙы маҡсат итеп ҡуйған тырыш һылыу Башҡортостан, Рәсәй кимәлендәге проекттарҙа ҡатнаша. «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» Бөтә Рәсәй асыҡ академияһы ойошторған саралар сиктәрендә бөтә райондарҙа ла сығыш яһай. Алһыу Үтәгәнова асыҡ академияла «Спорт, бейеү» биләмәһе өсөн яуап бирә.

Биология фәндәре кандидаты
Көйөргәҙе районы Үрге Мотал ауылында Мөнирә Әбүбәкир ҡыҙы менән Мөхәррәм Абдулхаҡ улы Үтәгәнов­тарҙың татыу, эшһөйәр ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә Алһыу. Әсәһе – һатыусы, ә атаһы Көйөргәҙе, Күгәрсен, Федоровка, Мәләүез райондарын берләштергән балыҡ һаҡлау инспекцияһында эшләй. Һуңынан улар тыуған ауылында фермер хужалығы йәйелдереп ебәрә. 120 гектар пай ерен ҡуртымға алып, йөҙ баш һарыҡ, йылҡы малы аҫрай, хатта быуала балыҡ та үрсетә Үтәгәновтар. Рухлы ғаилә улы менән ҡыҙҙарында башҡорт ғөрөф-ғәҙәттәренә, йолаларына һөйөү тәрбиәләй, балалар башҡорт телендә рәхәтләнеп аралашып буй еткерә. Һыйыр һауып, мал көтөп, атта сабып үтә Алһыуҙың үҫмер йылдары. «Атайым ысын башҡорт батырын хәтерләтә ине, һәр эше һоҡландырҙы, һәр һүҙе хөрмәт уятты, матур йырлай ҙа торғайны. Бәләкәй сағымда аттан ҡолап төшһәм, атайым: «Ҡыҙым, атты ҡыуып етеп, яңынан атланып ал, бер ҡасан да үҙеңде еңергә бирмә, һин – көрәшсе, һин булдыраһың!» – тип әйтә торғайны. Шулай батыр, көрәшсән рухлы булып үҫтек беҙ», – ти Алһыу, ҡәҙерлеһенең изге һүҙҙәрен доғалай ҡабатлап.
Ат ене ҡағылған, мал ҡарап үҫкән ауыл ҡыҙына «ҡайҙа уҡырға барырға» тигән һорау тыумай. Ветеринария һөнәре буйынса училищены ҡыҙыл дипломға тамамлағас, өмөтлө белгесте йүнәлтмә менән Башҡорт дәүләт аграр университетына имтиханһыҙ ҡабул итәләр. Унда аспирантура бөтә. Тағы ла белем көҫәгән тырыш ҡыҙ Башҡор­тостан Республикаһы Башлығы эргәһендәге Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының юридик факультетында уҡый. 2008 йылда конкурс буйынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға эшкә алына. Аграр мәсьә­ләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитетта әле лә тырышып хеҙмәт итә биология фәндәре кандидаты Алһыу Мөхәррәм ҡыҙы Үтәгәнова.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 7-се (2023) һанында уҡығыҙ.

Йәшәүгә дәрт ҡабыҙыусы
Йәшәүгә дәрт ҡабыҙыусы
Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: