+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Өфөгә - 450 йыл
1 Август 2024, 09:15

Күргәҙмәгә килегеҙ!

Бөгөн, 1 августа, Башҡортостан Милли музейында билдәле фото төшөрөү оҫталары Рәйеф Баҙыҡов һәм Вячеслав Стрижевскийҙың «Өфө-450. Кешеләр һәм ҡала» тип аталған фото күргәҙмәһе асыла.

Күргәҙмәгә килегеҙ!
Күргәҙмәгә килегеҙ!

Бөгөн, 1 августа, Башҡортостан Милли музейында билдәле фото төшөрөү оҫталары Рәйеф Баҙыҡов һәм Вячеслав Стрижевскийҙың «Өфө-450. Кешеләр һәм ҡала» тип аталған фото күргәҙмәһе асыла.

Фоторәссамдарҙың эштәрендә Өфө һәм унда йәшәүселәрҙе бәйләгән ептәр, үткәндең һәм бөгөнгөнөң өҙөлмәҫ бәйләнеше сағыла. Рәйеф Баҙыҡов менән Вячеслав Стрижевский ҡала киңлеген һәр мәл, һәр кеше иғтибарға лайыҡ булған ваҡиғалар калейдоскопы рәүешендә күрһәтә алған.

Рәйеф Баҙыҡовтың ижади эшмәкәрлеге күп тиражлы «Төҙөүсе тауышы» гәзитендә башлана. 1980 йылда ул “Киске Өфө” гәзитендә эшләй башлай. 1983 – 2021 йылдарҙа “Республика Башкортостан” республика ижтимағи-сәйәси гәзитендә фотохәбәрсе булып хеҙмәт итә.

Рәсәй һәм Башҡортостан фоторәссамдары Союзы, Башҡортостан журналистары Союзы ағзаһы. Рәсәйҙең күренекле фоторәссамдары исемлегенә ингән.

Вячеслав Стрижевский республикала донъя күргән төрлө баҫмаларҙа фоторепортер булып эшләй, «БашФотоНУР» етештереү берекмәһенең генераль директоры, Рус дәүләт драма театры директоры, Башҡорт дәүләт опера һәм балет опера театрының генераль директоры вазифаларын биләй.

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡазанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты.

Автор:
Читайте нас: