Бөгөн, йәғни 5 июлдән, VI Бөтә донъя фольклориадаһына бәйле Өфөлә ҡайһы бер урамдар ябыла.
Юл Зәки Вәлиди урамы буйлап Аксаков һәм М. Ғафури урамдары арауығында, Генерал-губернатор Перовский һәм Яр буйы урамдарында 5 июлдән башлап 9 июлгә тиклем 15.00 - 24.00 сәғәттәрҙә ябыла.
10 июлдә ошо уҡ урамдарҙа юл бер сәғәткә иртәрәк, йәғни 14.00 сәғәттән 24.00 сәғәткә тиклем, ябыҡ була.
“Торатау” конгресс-холы ҡаршыһындағы машиналарҙы ҡуйыу урыны 11 июлгә тиклем эшләмәй.
Юлдар ябылыу сәбәпле, ҡайһы бер автобус маршруттарының йөрөү схемаһы ла үҙгәрҙе. Ул Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан алынған һүрәттә асыҡ сағыла.
Ҡала ҡунаҡтары һәм баш ҡала халҡына уңайлыҡтар булдырыу өсөн маршрутҡа өҫтәмә автобустар сыҡты. Бының өсөн “Башавтотранс”тың – 40, башҡа пассажирҙар йөрөтөү компанияларының 100 автобусы йәлеп ителгән. Улар көн һайын Пушкин урамы, 35 А адресынан ҡуҙғалып китә һәм халыҡты Дим, Инорс, Затон, Сипайлово, Йәшел сауҡалыҡ, Черниковка биҫтәләренә тиклем алып бара. Автобустар был йүнәлештәрҙә киске 23.00 сәғәткә тиклем йөрөй.