Кисә Башҡортостан делегацияһы “Тербуна сиге. 1942 йылдың эҫе йәйе” тип аталған төбәк-ара хәрби-тарихи фестивалдә ҡатнашыу өсөн Липецк өлкәһенә юлланды. Ул 3-4 июлдә үтә.
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Тербуна районында яу яландарында 27 мең Ҡыҙыл армия һалдаты һәм офицеры һәләк булған. Озерки ауылы янында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының күп яугирҙәре башын һалған. Үткән йылда бында Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа бюст ҡуйылды.
Делегация составында Илдар Шәйәхмәтов етәкселегендә “Любизар” хәрби-тарихи реконструкция клубы ағзалары, башҡорт атлыларының ейәндәре һәм бүләрҙәре, тарихсылар, крайҙы өйрәнеүселәр бар.
“Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ике йыл инде 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы, һуғыш геройҙары исемен мәңгеләштереү менән бәйле проекттарҙы тормошҡа ашыра. Тербуна фестивалендә тарихи реконструкцияла тәүге тапҡыр башҡорт аттары ла ҡатнаша”, – тип һөйләй Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.
Фестивалдең төп маҡсаты – Бөйөк Еңеү тураһындағы тарихи дөрөҫлөктө һәм хәтерҙе һаҡлау, тип аңлата ул.
Аттарҙы Башҡортостан Республикаһының Йылҡысылыҡ һәм ат спорты компетенциялар үҙәге – Советтар Союзы Геройы генерал Күсимов исемендәге “Аҡбуҙат” ипподромы ойоштора.
“Ипподром аттар, уларҙы алып барырға транспорт, ветеринар күҙәтеү һәм хайуандарҙы юлда оҙатып барыр өсөн белгестәр бүлде”, – тип хәбәр итә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, төбәк Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Ғәлим Яҡупов.