Башҡортостанда өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаларға пособие билдәләү мәсьәләләренә төшөнөргә булышлыҡ итеүсе махсус ресурс – виртуаль ярҙамсы эшләй башланы. Виртуаль ярҙамсы Республика менән идара итеү үҙәге һәм Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт, халыҡҡа социаль ярҙам министрлығы тарафынан булдырылған.
“Онлайн-консультант һәр тормош хәле буйынса яуап табырға булышлыҡ итә”, – тип билдәләйҙәр Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында.
Аҙ килемле ғаиләләргә социаль ярҙам күрһәтеүҙең яңы ҡағиҙәләре 1 апрелдән ғәмәлгә индерелде.
2021 йылдың 1 апреленә тиклем пособие күләме йәшәү минимумын яртыһын тәшкил итә ине. 1 апрелдән һуң да уның база күләме шулай ҡалды – Башҡортостанда ул 5038 һум.
Ғаиләнең матди хәленә ҡарап, түләү күләме балалар өсөн йәшәү минимумының 75 процентына тиклем (7557 һумғаса) йәки 100 процентҡа хәтлем (10057 һум) арттырылырға мөмкин.
Фото "Башинформ"дан алынды.