

Башҡортостанда шулай уҡ 28-се Ҡыҙыл һайлау округы буйынса БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутатын һайлайҙар, Өфө ҡалаһы советы депутаттары, Ауырғазы һәм Белорет райондарының ике ауыл биләмәһе советы депутаттары өсөн тауыш бирәләр, шулай уҡ урындағы үҙидараның вәкәләтле органдары депутаттарын өҫтәмә һайлау буйынса һайлау кампаниялары үткәрелә.
Тауыш биреүҙең өсөнсө көнөндә 3250 һайлау участкаһы асылды.Төбәк Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, һайлауҙың тәүге ике көнөндә республикала һайлаусыларҙың 54,64% үҙ тауышын биргән.
Өфөлә Дим, Калинин һәм Совет райондарында айырыуса әүҙемлек күҙәтелә. Шулай уҡ Ағиҙел, Күмертау, Нефтекама, Салауат ҡалалары алдынғы урындарҙа. Асҡын, Балтас, Бишбүләк, Благовар, Борай, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Илеш, Ҡыйғы, Миәкә, Салауат, Тәтешле, Федоровка һәм Саҡмағош райондарында һайлауҙа халыҡтың 60 проценттан ашыуы ҡатнашҡан. Бөтә участкаларҙа ла "Рәхмәт" акцияһы уҙғарыла.
Һайлау буйынса ҡыҙыу линия номеры: 8-800-200-00-20.
Сығанаҡ: "Башинформ"