+19 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
19 Сентября , 16:37

Тауыш биреү буйынса ниндәй райондар алда бара?

Бөгөн, 19 сентябрҙә, Өфөләге "Торатау" конгресс-холында Йәмәғәт матбуғат үҙәге үҙ эшен тамамланы. Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары, Хәрби фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Рәмил Рәхимов һайлауҙарҙың икенсе көнөнә һөҙөмтә яһаны.

Тауыш биреү буйынса ниндәй райондар алда бара?Тауыш биреү буйынса ниндәй райондар алда бара?
Тауыш биреү буйынса ниндәй райондар алда бара?

Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов, Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары, Хәрби фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Рәмил Рәхимов һайлауҙарҙың икенсе көнөнә һөҙөмтә яһаны:
– Быйылғы һайлауҙар нисек итеп хәтерҙә ҡалыр икән, тигән һорауға шуны әйтер инем: үткәндәге Дәүләт Думаһына һайлауҙар менән сағыштырғанда, был юлы кешеләрҙең әүҙемерәк ҡатнашыуы һөйөндөрҙө. Халыҡ Һайлауҙы тыныс һәм мөһим ваҡиға кеүек итеп ҡабул итә, – тип белдерҙе  Вәдүт Исхаҡов.

Башҡортостан ҮҘӘК ҺАЙЛАУ КОМИССИЯҺЫ мәғлүмәттәре буйынса, 2026 йылдың 19 сентябрендә 20:00 сәғәттә Башҡортостанда 54,64 процент һайлаусылар тауыш биреп тә өлгөргән.

Асҡын, Балтас, Бишбүләк, Благовар, Борай, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Илеш, Ҡыйғы, Миәкә, Салауат, Тәтешле, Федоровка һәм Саҡмағош райондарында  60 процент кеше үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәгән.

Өфө буйынса Дим, Калинин һәм Совет райондары тауыш биреү буйынса алда бара.

Ҡала округтары араһында Ағиҙел, Күмертау, Нефтекама һәм Салауат ҡалалары халҡы әүҙемлек күрһәтте.

 Тауыш биреү өс көн – 18, 19 һәм 20 сентябрҙә бара. Кемдәр тауыш бирмәгән, иртәгә һайлау участкаларында һеҙҙе көтәбеҙ!

#ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026 #БашкортостанВыбирай2026 #ГолосМедиаСообществ2026

Фото: А. Королев.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас