

"Алға-Патриот" ойошмаһы етәксеһе Ринат Флүр улы Хәбиров акцияның үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне. 2024 йылда һайлаусылар араһында оло бүләктәр уйнатылһа, был юлы акция ябайыраҡ. Төрлө магазиндар, ойошмалар ҡулланыусыларға ташлама вәғәҙә итә. Ташламалар өс проценттан 50 процентҡа тиклем булыуы мөмкин.
– "Рәхмәт" акцияһы сайтына ошо ике көндә генә бер миллионлап кеше ингән, был бик һәйбәт һөҙөмтә, – тине Ринат Флүр улы һәм шуға иғтибар итергә ҡушты: – Ташламалар ваҡыты төрлөсә, бөтә мөһим мәғлүмәттәрҙе акция сайтында таба алаһығыҙ, – тине ул.
Ә һеҙ һайлауға барҙығыҙмы?
#ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026 #БашкортостанВыбирай2026 #ГолосМедиаСообществ2026
Фото: А. Королева.